Рауил ШАММАС
ЯҘМЫШ
(поэма)
Кешеләрҙән кеше һис кәм түгел,
Тик бәхеткәйҙәре тиң түгел.
Халыҡ йырынан
Бер ҡарт инәй йөрөй шешә йыйып
Әрйә өйөмөнөң артынан.
Эшләпәле икәү ҡарап тора,
Мыйыҡ бороп, урам сатынан.
Бармаҡ төртә-төртә һөйләнәләр:
– Бөткән кеше... Алкаш ҡарсыҡтыр...
Шул һүҙҙәрҙе ишетеп,
Йәнем әрнеп,
Йөрәгемдән һарҡып ҡан сыҡты.
Юҡ, һеҙ хаҡлы түгел, эшләпәләр.
Алкаш түгел ҡарсыҡ, мин беләм.
Ул замана Аһы!
Ошо «Аһ»тар
Күтәрелә бөгөн ил менән.
Алкаш түгел ҡарсыҡ –
Ул икмәклек
Аҡса булмаҫмы тип тырмаша.
Эшләпәләр, һеҙгә ҡыҙыҡ был хәл,
Һеҙҙең өсөн бары тамаша.
Кемдәр ижад итте «тамаша»ны?!
Һеҙ түгелме оло бүлмәлә?!
Һеҙ тыуҙырған афәт йөрөп ята
Ҡаршыбыҙҙа бына, эргәлә.
Шешә йыя әрйә араһынан...
Шул йәшендә...
Йөрәгем тетрәнә.
Был тормоштоң әсе һабаҡтарын
Аҡтарамын бөгөн мин йәнә.
* * *
Бик буталсыҡ сағы был донъяның.
Бөтәһе лә бөттө буталып.
Ямғыр үткән кәбәнде лә шулай
Ташлайҙар бит ҡайсаҡ ҡутарып.
Елләтәләр –
Бары шулай ғына
Алып ҡалып була ҡотҡарып.
Шундай хәлдә бөгөн тормошобоҙ,
Бары һөрән һала аһ ороп.
Ямғыр үткән кәбән хәлендәге
Тормошобоҙ бөгөн хафалы.
Ҡай берәүҙәр һаман әүәлгесә
Күкрәк кирә, һаман һауалы.
«Ҡутармаҫҡа кәрәк ине», – тиҙәр.
Кәбән эстән яна – күрмәйҙәр.
Бар ғәйепте кәбән ҡутарыусы
Ҡыйыу уландарҙан эҙләйҙәр.
Ямғыр үткән тормош кәбәнебеҙ
Бара ине ләһә күгәреп.
Шундай хәлдә күпме күкрәк һуҡтыҡ,
«Әйләндереп Ерҙең күсәрен,
Барабыҙ беҙ коммунизмға...» – тип
Йырлап уҙҙыҡ донъя юлынан.
Тыштан ҡыҙыл,
Эстән һоро мәлдәр
Йөрәктәргә күпме уйылған.
Ошо ҡарсыҡ ғүмере аша үтте
Шығырҙаған тормош арбаһы.
Сәскәйҙәре юҡҡа салланмаған,
Юҡҡа бөкрәймәгән арҡаһы.
Түр мөйөштә ғәрип улы ултыра –
Ул ут эсә әле бөгөн дә.
Һеҙҙән килде уға был «күстәнәс»
Шығырҙаған донъя йөгөндә.
Ҡарсыҡтың да булды гүзәл сағы,
Үҫмәһә лә төрөнөп ебәккә.
Тиңләүсе лә булды йәшлегендә
Ҡыҙарып ла бешкән еләккә.
Бөркөт кеүек йәрен яуға оҙатты,
Ил өҫтөнә афәт килгәндә.
Яңғыҙ ҡалды,
Яҙмыш көлдө унан –
Һығылманы яҙмыш көлгәндә.
Ҡара йылан булып ҡара ҡағыҙ
Йәнен саҡты,
Саҡты ғүмергә.
Үлгән артынан һуң үлергәме?
Ашыҡмағыҙ әле күмергә.
* * *
Ун туғыҙы тулыр-тулмаҫ көйө
Ҡайырғастын яҙмыш ҡанатын,
Ул эш менән баҫты бар әрнеүен,
Ир ҡайышын быуҙы йәш ҡатын.
Бураҙнанан йөрөнө
«Икмәк» тиеп,
Һыйырҡайы менән ярышып,
Ишеттегеҙме һуң шул сағында
Йөрәгенең һыҡрау тауышын?!
Урамдарҙан уҙһа һылыу ҡыҙҙар,
Эшләпәләр баға шаҡ ҡатып:
«Бына кемдәр ожмах ҡошо!» – тиеп,
Ҡала ине телен шартлатып.
Кәм инеме ошо һылыуҙарҙан
Ҡояш һымаҡ ауыл сибәре?!
Ул саҡта ла һеҙҙәй «эшләпәләр»,
Бик фырт булып, мыйыҡ ебәреп,
Ҡарап ҡала ине тел шартлатып.
Йәшлек – йәшлек инде, гөл кеүек:
Үреләһең, әммә буйың етмәй,
Тик ҡалаһың янып, елкенеп.
Үрелделәр, хатта ҡул һуҙҙылар
Өҙә баҫып йөрөгән сибәргә –
Эшләпәләр кире боролдолар,
Утлы «өлөш» алып сикәгә.
Заемын да тағып ҡаранылар,
Бөгөлөр, тип, бәлки, йәш ҡатын.
Ауыҙынан өҙөп түләй килде –
Юҡ, һынманы өмөт ҡанаты.
Йүнле ниәт менән димселәр ҙә
Димләмәне түгел, димләне.
«Иҫән һымаҡ... Көтәм әле...» – тине,
Тик бер исем күңелен биләне.
«Ҡара ҡағыҙ, бәлки, ялғандыр, – тип, –
Иҫәндер», – тип, күңел йыуатып,
Көттө лә бит...
Яҙмыш, ах, аяуһыҙ:
Йәшәтте гел уны илатып.
Ауыҙ тултырып маҡтау яуҙырҙылар:
«Көтә белә, – тиеп, – Мәликә».
Яңғыҙ ғүмер иткән тол ҡатындың
Йәнен аңлар йәндәр бар микән?!
Ғүмер аҡты.
Ғүмер йәшәр өсөн.
Кешеләрҙән кеше кәмме ни?
Ғүмер буйы көтөп яңғыҙ йәшәү
Йәндәреңә йәннәт-йәмме ни?!
Төндәрендә тама утлы йәштәр
Аҡ мендәргә.
Уны кем уйлай?
Мәликә лә йәнле, ул да ғәмле,
Тәндәрендә шул уҡ ҡан дулай.
Малай тапты бер көн.
Бөтә ауыл
Аптырауҙа ҡалды, аһ итте.
«Елдән тапты...
Вәт Мәликә!..» тигән
Яман исем, яман дан китте.
Бармаҡ төртә-төртә һөйләнеләр,
Эшләпәләр, һеҙҙең ҡатындар.
Көтөү ҡыуған ерҙә, һыу алғанда,
Бөгөнгөләй урам сатында.
Һөйләнеләр:
«Ҡырҡтарға еткәс...
Елдән тапты!.. Үләм ояттан!..»
Һөйләп арығастын,
Ирҙәренең
Ҡосағында иреп ҡабаттан,
Наҙландылар...
Кешеләрҙән кеше
Кәм түгел дә, ниҙәр итәһең...
Яҙмыш, тиеп кеше үҙенә ала,
Яҙмыш, тиеп йөкмәй бөтәһен.
Оноттолар ошо йәш ҡатындың
Аттай егелеп йөктәр тартҡанын,
Ирҙәр менән йәнәш ҡар ярғанын,
Боҙло һыуҙар кисеп ҡайтҡанын.
Донъя сәйер,
Кешеләр ҙә сәйер:
Берәү итәгенә тап төшһә,
Оноталар бөтә аҡ яҡтарын –
Башҡайына ҡара таш төшә.
Дүрт аяҡлы ат та абына бит,
Был абыныу түгел, был – тормош.
«Йәшлегемде тартып алды, – тиеп, –
Ҡәһәр генә һуҡҡыр шул һуғыш,
Йәшәргәме наҙҙан мәхрүм булып?!»
Кешеләрҙән кеше кәм түгел.
«Теүәл донъялы»лар аңламайҙар,
Аңлай белмәй быны тар күңел.
«Елдән тапты...»
Өйҙән өйгә йөрөй
Яман хәбәр, зәһәр йыландай.
Итәктәге тапты юйыу еңел,
Йөрәктәге таптар юйылмай.
Кешеләрҙән кеше кәм түгел дә,
Яҙмыш тигеҙ түгел, күрәһең.
Бөтәһен дә кеше үҙе күрә,
Башҡа берәү күрмәй күрәһен.
* * *
Яратһа ла йәндәй яҡын күргән
Төйәккәйен,
Ауыл үрҙәрен,
Йән-йәнәше менән ураҡ урған,
Бесән сапҡан аҫыл ерҙәрен,
Ташлап китте йырлы шишмәләрҙе,
Муйыл туғайҙарын ҡалдырып:
Ҡалаларға китте,
Улын йөкмәп,
Өмөт шәмен ҡабат яндырып.
Һөйләһендәр, әйҙә,
Кешеләргә
Оҙон телдәр шуға бирелгән,
Ағыу сәскән шул телдәрҙән йөҙәп,
Бәғеркәйҙәр ете теленгән.
Тәндә – йәне,
Күкрәгендә – кәре,
Йән биргәнгә, тиҙәр, йүн бирә.
Күҙ йәштәре юлын йыуа барҙы –
Кеше хәлдәренә кем керә,
Илдә сәпсек үлмәй, тиһәләр ҙә,
Ҡолас йәйеп тормай ҡала ла:
Иңдә тауҙай ҡайғы,
Ә ҡулында
Теле асылмаған шул бала.
Упҡын эргәһенә килеп баҫҡан
Кешеләргә ниндәй юл ҡала?
Сигенер аҙымдар юҡ,
Алға баҫһа,
Мәңгелеккә китә, юғала.
Нимә ҡала,
Өмөт сатҡылары
Күңеленә ҡанат бирмәһә?
Ғәжәпһенмә,
Әҙәм шундай мәлдә
Бер талпынып, күктәр иңләһә.
Упҡын ситтәренә баҫҡан мәлдә
Ҡоласын асты уға мәрхәмәт –
Ҡулын һуҙҙы уға алсаҡ апай –
Исеме лә изге, Мәрхәбә.
* * *
Күптәр йәшәй ерҙә үҙе өсөн,
Уларға тик ғәзиз үҙ йәне.
Бик «мәғәнәле» тормош көтһәләр ҙә,
Юҡ, уларҙа түгел ер йәме.
Ерҙең йәме йөрәген бишкә бүлеп,
Йәшәй белгәндәрҙә нурлана.
«Бер алманы бишкә бүләйек», – тип
Юҡҡамы ни йырҙа йырлана.
Мәрхәбәләр бына шундай заттан –
Бүлешәләр усаҡ йылыһын:
Ҡосағына алды Мәликәне –
Шулар ғүмере матур йыр булһын.
Мин күтәрәм изге күңелдәрҙе –
Күтәрәмен үлмәҫ йыр итеп.
Яҡшылыҡты кеше күңеленән
Башҡа күңелдәргә йөрөтөп
Йәшәһендәр.
Бар мәғәнә шунда,
Бар йәшәйеш шунда нурлана.
«Бер алманы бишкә бүләйек», – тип
Юҡҡамы ни йырҙа йырлана.
Эшләпәләр,
Яҡты бүлмәгеҙҙең
Нигеҙҙәрен ятып үбегеҙ.
Кемдәр тире менән был өйҙәрҙең
Һалынғанын белмәй күбегеҙ.
Мәрхәбәләр, Мәликәләр ҡулы
Кирбестәрҙе теҙеп, берәмләп,
Күтәрҙеләр ошо биналарҙы.
Мин яҙмайым үкенеп һәм йәлләп.
Үҙҙәренә улар һәйкәл һалды –
Килер ваҡыт, заман ҡәҙерләр.
Тик үҙҙәре иҫән саҡта ғына
Әрнеп-әрнеп ҡуя бәғерҙәр:
Яҡты бүлмәләрҙә йәшәйһегеҙ,
Тараҡандар һымаҡ, йылынып.
Мәликәләр йәшәй тар бүлмәлә,
Дөйөм ятаҡтарға һыйынып.
Тормош кәбәненең ямғыр үтеп,
Күгәреүе ошо түгелме?!
Алмаштырырмы һуң саф иртәгә
Күгәреп лә янған бөгөндө?!
Ғәҙеллектәр ысын байраҡ булып
Елберҙәрме илем күгендә?
«Ҡара ҡағыҙ»ҙарҙы, «аһ-зар»ҙарҙы
Күрмәһәмсе тормош йөгөндә.
* * *
«Хеҙмәт кешеһе» тигән тамға менән,
Эшләпәләр, һатыу иттегеҙ.
Тик хеҙмәттең аҫыл емешенән
Кешенең үҙен мәхрүм иттегеҙ.
Ҙур табындар ҡороп,
Икра ҡабып,
Һемергәндә затлы шараптар,
Белмәнегеҙ –
Шарап түгел ине,
Улар булды ҡан-йәш, әсе зар.
Эшләпәләр!
Үҙегеҙ суфый булып,
Һандыҡ дәүмәл портфель күтәреп,
«Эш ҡырҙығыҙ», имеш,
Һәм эстегеҙ
Һөлөк булып ҡанын күптәрҙең.
Буталышта бөгөн шуға донъя.
Бутаныҡ беҙ уны үҙебеҙ.
Күренә бөгөн, ана, үҙ төҫөндә
Пәрҙә япҡан ялған йөҙөгөҙ.
Күренә бөгөн әсе яҙмыштары
Мәликәләй ябай кешенең.
Эй, эшләпә, улар ҡаны һеңгән
Һәр береһенә алтын тешеңдең.
Афғанға ла улын ебәрҙегеҙ,
Тол ҡатындың өҙөп бәғерен.
Күҙ йәштәре тағы ерҙе йыуҙы:
«Яҙмыш, – тине, – балам, ҡәҙерлем!»
«Бөтәһе лә бөттө», – тигән саҡта
Өмөт ҡала,
Өмөт ташламай.
Упҡындарға барып терәлгәндә,
Аҙым ҡала,
Аҙым атланмай.
Мәликәнең бөтә өмөттәре
Таянысы – улы ине лә,
Яҙмыш ниндәй ауыр хәсрәт һалды
Тол ҡатындың тағы иңенә.
Цинк табуттарҙа күпме өйгә
Ҡайғы ҡайтты – кеше күтәрә.
«Үлгән артынан, – тип, – үлеп булмай.
Яҙмыш...» – тиеп барын үткәрә.
Мәликәгә табут ҡайтмаһа ла,
Ярты йәне ҡайтты улының...
Буш шешәләр, ана, емелдәшә –
Уйнауы был ҡояш нурының.
Ҡояш нурҙарының уйнауымы?
Көлөүеме әллә яҙмыштың?
Мин ишетәм кеше йөрәгенең
Һыҡрап сыҡҡан әсе тауышын.
«Ике шешә булды – бер тәңкә ул», –
Эй, ҡыуанған була Мәликә.
Эшләпәләр көлөп ҡарап тора.
Ғәҙеллектәр ҡайҙа һуң икән?!
Ғәҙеллектең йөҙөн астыҡ тиеп
Өмөтләнгән саҡта был нимә?!
Эшләпәләр һаман мыйыҡ бора,
Эшләпәләр һаман кинәнә.
Яҙмышмы был,
Әллә ҡарғышмы был?!
Шул һорауҙы тағы күтәрәм.
Тормош кәбәнебеҙ төтәп ята.
Кәбәнебеҙ эстән күгәргән.
Тормош кәбәнебеҙ харап хәлдә.
Һаҡлап алып ҡалып булырмы?
Кешеләрҙең ысын кешелеге
Яҡты яҙмыш булып тыуырмы?!
* * *
Шешәләрҙе йөкмәп, ана, инәй
Китеп бара кибет яғына.
Буш шешәлә уйнай ҡояш нуры,
Ем-ем килә, күҙҙәр сағыла.
Буш шешәләр кеүек булды донъя.
Алтын-көмөш һымаҡ ялтыраны.
Ялған ялтырау күҙҙе ҡамаштырҙы,
Тормошобоҙ эстән ҡалтыраны.
Ғәҙеллектәр тигән алтындарҙы
Һалыр көндәр етте бизмәнгә.
Эшләпәләр һаман, бизмән ватып,
Еңел яҡты ҡарай, эҙләнә.
Ғәҙеллектең ысын бизмәндәре
Ватыҡ ята һаман, ҡуҙғалмай.
Кем ғәйепле быға?
Ни ҡарайбыҙ?
Йөрәктәрҙе асыу-ҡуҙ ялмай.
Эшләпәләр, ана, артҡы ишектән
Аҡ «Волга»ға шарап тейәйҙәр.
«Ун»ға «биш»те ҡушып,
«Йөҙ-мең»дәргә
Яңы йөҙҙәр, меңдәр өйәләр.
Оло бүлмәләрҙә эшләпәләр
Телмәр һата, ҡағыҙ сөйәләр.
Халыҡ исеменән һөрән һалып,
Ҡағыҙ сәйнәп, өҫтәл төйәләр.
Буш шешәлә нурҙар сағылғандай,
Буш һүҙ беҙгә бөгөн нимәгә?
Ҙур диңгеҙгә сығып буламы һуң
Ултырып китеп тишек кәмәгә?
Эшләпәләр һөйләй, ҡағыҙ сәйнәй –
Бер-береһенә портфель өләшә...
Әбекәйҙәр йөрөй шешә йыйып...
Йөрәгем әрнеп һеҙгә өндәшәм:
Ниңә һаман шулай?!
Ниңә шулай?!
Быныһы ла әллә яҙмышмы?!
Мәликәләр йөрәгендә ятҡан
Бер әрнеүме, әсе ҡарғышмы?!
Ғәҙеллектәр ҡайҙа?!
Уйым ярһыу.
Уйым ҡайнай, йөрәгем тетрәнә.
Был тормоштоң әсе һабаҡтарын
Аҡтарамын бөгөн мин йәнә.
1990 йыл