Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
10 Март 2022, 12:20

Фирүзә АБДУЛЛИНА

Фирүзә АБДУЛЛИНА * * * Әйткәнем бар:”Ҡабат тыуыр булһам,Тыуыр инем булып ир-егет,Был бихисап эштән ҡотолормон,Еңел йәшәр инем ирегеп.

Фирүзә АБДУЛЛИНА
Фирүзә АБДУЛЛИНА

Фирүзә АБДУЛЛИНА

* * *

Әйткәнем бар:”Ҡабат тыуыр булһам,
Тыуыр инем булып ир-егет,
Был бихисап эштән ҡотолормон,
Еңел йәшәр инем ирегеп.

Аш-һыу, һауыт-һаба, тегем-бәйләм
Алмаҫ ине минең ваҡытты,
Эх, ир-егет булып тыуһам әгәр?!
Был ҡатын-ҡыҙ булыу ялҡытты!”

…Тәүбә, тәүбә! “Әсәкәйем!"-тиеп,
Балам миңә килеп һарылмаҫ,
Яҡлау-һаҡлауҙарҙан мәхрүм булһам,
Йөрәккәйем нисек ярылмаҫ?

Яуаплылыҡ ятһа минең иңгә,
Тейеш булһам барыһын яҡларға,
Аҡса эшләп еткерергә булһа,
Тыныслыҡты булһа һаҡларға?!

Юҡ, кәрәкмәй! Тәмле-татлыларҙы
Әҙерләрмен үҙем кинәнеп,
Наҙлы һүҙҙәремде йәлләмәҫмен,
Ирем өсөн генә биҙәнеп.

Диван, телевизор, тиһегеҙме?
Батырға ла хатта ял кәрәк!
Яҡлаусыбыҙ бит ул, һаҡлаусыбыҙ,
Бөтә ғаиләгә ул терәк.

Юҡ, ир-егет минең булғым килмәй!
(теләктәрем ҡайсаҡ самаһыҙ!)
Мин бәхетле үҙ булмышым менән:
Наҙлы, хисле, көсһөҙ ҡатын-ҡыҙ!
08.03.2015.
Фирүзә Абдуллина.

Фирүзә АБДУЛЛИНА
Фирүзә АБДУЛЛИНА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: