Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА
Ҡатын-ҡыҙ
Серле йомаҡ, серле йомғаҡ -
Ҡатын-ҡыҙҙың күңеле.
Мөлдөрәмә тулы наҙы
Китер кеүек түгелеп.
Көҙгө ҡояштай һағышлы,
Яҙғы ҡояштай шаян,
Йәйге ҡояштай яғымлы -
Был тиклем дә йәм ҡайҙан?
Был тиклем наҙ гөлләмәһен
Хоҙай бүләк итәме?
Ғаләмдән тылсым алырға
Бер теләге етәме?
Теләй икән - Ҡояш нурын
Тетеп иләй ала ул.
Нурҙан бәйләгән түшәккә
Сабый биләп һала ул.
Шундай ҙур тылсымға эйә
Һөйкөмлө гүзәл затты
Тәңрем бәләнән ҡурсыһын,
Ғүмеркәйен оҙайтһын!