Әкрәм ҠӘЙЕПҠОЛОВ
КҮҘҘӘР
(8 мартҡа ҡарата)
Уйсан ғына, наҙлап ҡарай
Был күҙҙәр.
Серле генә йылмаялар
Был күҙҙәр.
Асыуланһа, бүренеке
Был күҙҙәр.
Йылан кеүек арбай ала
Был күҙҙәр.
Тәүәкәллек, саялыҡ бар
Был күҙҙәр ҙә.
Тыйнаҡ ҡына шаянлыҡ бар
Был күҙҙәр ҙә.
Уҫал сатҡылар сағыла
Был күҙҙәр ҙә.
Гел изгелек нуры ғына
Был күҙҙәр ҙә.
Шаян ғына хәйлә лә бар
Был күҙҙәр ҙә.
Төплө фекер, тәрән аҡыл
Был күҙҙәр ҙә.
Алдаһаң нәфрәт сәсә
Был күҙҙәр.
Алданһа хәсрәтләнә
Был күҙҙәр.
Илаһи ҙур көскә эйә
Был күҙҙәр
Сихырлай ҙа, дауалай ҙа
Был күҙҙәр.
Наҙлап ҡарап ҡыуандыра
Был күҙҙәр.
Өмөт һунһә ҡабындыра
Был күҙҙәр.
Сабыйҙарҙың йылмайыуы
Был күҙҙәр ҙә.
Әсәләрҙең наҙы ла бар
Был күҙҙәр ҙә.
Мәңге төшөнөп булмаҫтай
Серле ҡараш.
Күҙҙәренә торор инеп
Һәр саҡ ҡарап.
Фәрештәләр һине ергә
Килтерҙеме, ҡыҙ бала?
Аңға һыймаҫ серҙәрең күп
Башҡорт ҡыҙы-ШАМБАЛА.