Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
7 Март 2022, 09:55

Лариса АБДУЛЛИНА

Лариса АБДУЛЛИНА ВАТАНЫМУсаҡ яҡҡан кеүек уйһыуҙарҙаКүтәрелә томан тауҙарҙан.Әйтерһең дә, кемдер шул яҡтарҙаҠосаҡ-ҡосаҡ утын ауҙарған,

Лариса АБДУЛЛИНА
Лариса АБДУЛЛИНА
Лариса АБДУЛЛИНА
ВАТАНЫМ
Усаҡ яҡҡан кеүек уйһыуҙарҙа
Күтәрелә томан тауҙарҙан.
Әйтерһең дә, кемдер шул яҡтарҙа
Ҡосаҡ-ҡосаҡ утын ауҙарған,

Усағына утын ташлаған да
Ҡаҙанында, ана, аш бешә.
Уралымдың ҡосағында, гүйә,
Был көн менән быуат күрешә.

Әллә ысынлап та боронғолар
Сыҡты микән бөгөн йәйләүгә?!
Булыр әле ҡаршы сыҡҡан берәү
Күңел толпарымды бәйләргә.

Тик бер мәлгә аҙашҡы ла килә
Урманында ғәзиз төбәктең.
Мең хикмәтле йәмең, Башҡортостан,
Дәүер тойомларға өйрәтте.

Бар бит әле Уралымда минең
Аяҡ баҫылмаған шырлыҡтар.
Шуныһына камил был аҡылым –
Унда етәлмәгән йыр юҡтыр.

Төпкөлдәргә барып еткәнгә лә,
Төшөп еткәнгә лә сөңгөлгә
Башҡорт йырҙарынан әҫәрләнгән
Халыҡ бар Йыһанға түгелгән!

...Алыҫтағы анау тауҙарҙы ла
Йырға әйҙәүсе тип атаным.
Һәр мөйөшөң гүзәл бер йыр булып,
Һарылғандай йәнгә, Ватаным!
Лариса Абдуллина.
 
Лариса АБДУЛЛИНА
Лариса АБДУЛЛИНА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: