Фирүзә АБДУЛЛИНА
Мин – ҡатын-ҡыҙ.
Бесән сабам. Ергә ныҡлы баҫып,
Ҡолас ташлап, һелтәп салғымды.
Рәхәтләнеп бесән сапҡан саҡта
Онотамын бөтә ҡайғымды.
Мин – ҡатын-ҡыҙ. Бәлки, килешмәйҙер,
Ирҙәр менән йәнәш ярышыу,
Тормош ҡанундарын инҡар итеп,
Буран-елдәренә ҡарышыу?
Нәзәкәтле, наҙлы ҡатын-ҡыҙға
Кемдәр генә шиғыр яҙмаған?
“Ҡатын-ҡыҙҙың көсө – көсһөҙлөктә”,-
Кемдер хатта уйлап сығарған.
Көсһөҙ, нескә, яҡлау-наҙға мохтаж
Минең дә бит килә булаһым,
Мөхәббәт һәм бәхет гөлдәренә
Күбәләктәй осоп ҡунаһым.
Мин – ҡатын-ҡыҙ. Наҙлы, хисле булыу
Ҡатын-ҡыҙға бигерәк килешә.
…Мин яратам йөктө һөйрәшергә
Ирем менән бергә, йәнәшә.
Ер ҡаҙырға, утын әҙерләргә,
Өй төҙөргә, бесән сабырға.
Иңгә-иң терәшеп йәнәш булһаң,
Донъя йөгөн еңел тартырға.
Кәрәк булһа – наҙлы, хисле булам,
Кәрәк булһа – көслө, ныҡлы мин.
Ирем менән дәрәжәм бер икән-
Хөрмәткә һәм наҙға хаҡлы мин!
18.02. 2013