Рәмзилә ХИСАМЕТДИНОВА
ҺӨЙЛӘМ
Офоҡта — ҡояш нөктәһе.
Көн тигән һөйләм тамам.
Ә мин ҡабат күккә бағам —
тамам түгел, тип табам.
Күтәр башыңды — күрһәнә,
ана, ай — хәс тә өтөр.
Өмөттөң көнө бөтмәгән —
тимәк, көн дауам итер.
* * *
ЙЫЛЫ ҺҮҘЕҢ
Ҡош суҡышын ебетерлек кенә
ике тамсы йылы һүҙең
булһа икән —
сутылдатып һайрап ебәрергә
миңә еткән!
Миңә еткән!
Ике һабаҡ ҡына нурҙай һүҙең
Яуын уртаһынан балҡый икән —
талпыныр ҙа осоп китер өсөн
миңә еткән!
Миңә еткән!