Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
6 Март 2022, 20:35

Мөнир ИҠСАНОВ

Мөнир ИҠСАНОВ ҠАТЫН-ҠЫҘҘЫҢ ЙӨРӘГЕДонъяла иң күркәме –Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге!Ҡояштан да яҡтыраҡ!Ысыҡтан да сафыраҡ!

Мөнир ИҠСАНОВ
Мөнир ИҠСАНОВ
Мөнир ИҠСАНОВ
ҠАТЫН-ҠЫҘҘЫҢ ЙӨРӘГЕ
Донъяла иң күркәме –
Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге!
Ҡояштан да яҡтыраҡ!
Ысыҡтан да сафыраҡ!

Донъяла иң серлеһе –
Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге!
Даръянан да ул төпһөҙ!
Асмандан да ул сикһеҙ!

Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге –
Донъяла иң хәсрәтле!
Бәрелә тулҡын булып!
Үртәлә ялҡын булып!

Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге –
Донъяла иң бәхетле!
Сағыулана яҙ һымаҡ!
Һәм моңлана саз һымаҡ!

Донъяла иң иркәһе –
Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге!
Едәрҙән һөйкөмлөрәк!
Гөлдәрҙән дә нескәрәк!

Донъяла иң ҡөҙрәтле –
Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге!
Кешелек сәңгелдәге!
Әсәлек гүзәллеге!

Донъяла иң ҡәҙерле –
Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге!
Хас та эсәр һыу ише!
Хас та ғүмер һулышы!

Донъяла иң бөйөгө –
Ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге!
Ер йөҙөнә шул йөрәк
Һөйөү бөркә, мөхәббәт!
Мөнир Иҡсанов
 
Мөнир ИҠСАНОВ
Мөнир ИҠСАНОВ
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: