Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
6 Март 2022, 08:40

Гүзәл СИТДИҠОВА

Гүзәл СИТДИҠОВА Урыҫ әҙәбиәте классигы Николай Алексеевич НекрасовтанИр-егеткәйҙәрҙең ғүмереВәхшәт тулы яуҙа өҙөлһә,Йәлләмәйем дуҫын, бисәһен,Ҡаһармандың хатта үҙен дә.

Гүзәл СИТДИҠОВА
Гүзәл СИТДИҠОВА
Гүзәл СИТДИҠОВА
Урыҫ әҙәбиәте классигы Николай Алексеевич Некрасовтан

Ир-егеткәйҙәрҙең ғүмере
Вәхшәт тулы яуҙа өҙөлһә,
Йәлләмәйем дуҫын, бисәһен,
Ҡаһармандың хатта үҙен дә.

Яҡын дуҫ та бер саҡ онотор,
Ҡатыны ла күнер яҙмышҡа
Тик берәү бар - ғүмер буйына
Айный алмаҫ ҡайғы-һағыштан.

Ике йөҙлө, алдаҡ был донъя,
Тулып ята хәрәм эштәре!
Күрәм бары шулар янында
Ихлас аҡҡан әрнеү йәштәрен -

Әсәләрҙең ҡанлы күҙ йәшен!
Иңдәренә баҫҡан бик әсе
Ҡайғылары шәһит улдарҙың,
Улар, гүйә, бойоҡ талдарҙың
Күтәрелә алмаҫ тәлгәше

© Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе

Внимая ужасам войны,
При каждой новой жертве боя
Мне жаль не друга, не жены,
Мне жаль не самого героя...

Увы! утешится жена,
И друга лучший друг забудет;
Но где-то есть душа одна -
Она до гроба помнить будет!

Средь лицемерных наших дел
И всякой пошлости и прозы
Одни я в мире подсмотрел
Святые, искренние слёзы -

То слёзы бедных матерей!
Им не забыть своих детей,
Погибших на кровавой ниве,
Как не поднять плакучей иве
Своих поникнувших ветвей...
 
Гүзәл СИТДИҠОВА
Гүзәл СИТДИҠОВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: