Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
6 Март 2022, 19:35

Фирүзә АБДУЛЛИНА

Фирүзә АБДУЛЛИНА Хәләлемә Һиңә ниндәй кәрәк - мин шундай:Һин һағышлы булһаң - миң моңдай,Һиңә һалҡын булһа, мин тундай,Яланаяҡ булһаң, мин ҡомдай.

Фирүзә АБДУЛЛИНА
Фирүзә АБДУЛЛИНА

Фирүзә АБДУЛЛИНА

ХӘЛӘЛЕМӘ

Һиңә ниндәй кәрәк - мин шундай:
Һин һағышлы булһаң - миң моңдай,
Һиңә һалҡын булһа, мин тундай,
Яланаяҡ булһаң, мин ҡомдай.

Әгәр сарсап кипһәң - һыу булам,
Дошмандарың өсөн ыу булам,
Ҡараңғылыҡ баҫһа, нур булам,
Күңелеңде арбар йыр булам!

Өндәшмәһәң, мин дә һын ғына,
Сабыр итә алам тын ғына,
Етә миңә бары ым ғына,
Һин - ҡылысһың. Ә мин - ҡын ғына.

Берсә йомшаҡ, берсә ҡатымын,
Берсә баҡыр, берсә алтынмын,
Нурҙан, йырҙан торған ҡатынмын,
Нисек бармын - һинең ҡатының,
Бар булмышым - һинең яртыңмын.

© Фирүзә Абдуллина

Фирүзә АБДУЛЛИНА
Фирүзә АБДУЛЛИНА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: