ЯҘ КӨСЛӨРӘК
Яҙҙың йөрәк тибештәре
Ҡыштыҡынан көслөрәк.
Шуғалыр ҡыш ебеп йөрөй
Илаҡ болот төҫлөрәк...
Яҙҙай йәшәп, яҙҙар көтөп
Йәшәгәнгә микән ул,
Беҙҙең өсөн һәр яңы яҙ
Үтә лә үҙ икән ул !
Мәңгелек моң, илһам алып
Яҙҙар килә үҙҙәре.
Үҙҙәре теләп килгәнгә,
Балҡып тора йөҙҙәре.
Йөрәгем яҙға эйәреп,
Иреп йөрөй моңланып.
Мөхәббәт тә, яҙҙар кеүек,
Үҙе теләп килһә ине
Һәр бер өйгә йылмайып...
З.Вәлит.