Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
* * *
Әллә күктәр сатнағанмы, тинем,
Ҡара юлаҡтары семәрле.
Ҡан тамыры һымаҡ тармаҡлы ла,
Ҡош ҡанаты һымаҡ һеңерле.
Күктәр булып, күктәр сатнағанмы?!
Күңел сатнағанда ни ғәжәп.
Йәнде имләр Күккә өмөт бағып
Әйтәйемме әллә мөнәжәт.
Күктәр, һеҙ ҙә сатнайһығыҙмы ни?
Урманыма тағы барайым.
Ағас ботаҡтары семәрләгән
Күктәремә тағы ҡарайым.
Эй селтәрле лә һуң Күктең йөҙө
Ҡараһаң һин ағас төбөнән.
Ҡышҡы ағас – балҡыш, үҙе алҡыш!
Ташҡан һымаҡ ҡымыҙ көбөнән!
Һәр бер селтәренә сер йәшергән,
Һәр семәре уның – мәртәбә,
Сабырһыҙ ҙа минең уй аттарын
Индергәндәй була тәртәгә.
Күк сатнатҡан ҡара ботаҡтарҙан
Илаһи моң ергә тирелә –
Сат йәбешеп шып-шым серем итә
Шатлыҡ йоморсағы бөрөлә.
Әллә күктәр сатнағанмы, тиһәм?
Бөгөн һиҙҙем яҙғы һулышты:
Бөрөләрҙең серен һөйләне ел –
Улар ҡабат моңға тулышты!
Беҙ ҙә ҡабат уйға тулышырбыҙ –
Уйлар өсөн тыуған зат бит беҙ!
Күктең ишараһын аңлап, уға
Ерҙең үҙе яҙған хат бит беҙ!
Тамара Искәндәриә