Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
5 Март 2022, 09:20

Фирүзә АБДУЛЛИНА

Фирүзә АбдуллинаХәйерле иртә!Ҡояш ҡалҡа. Зәңгәр һауа.Ел ниндәй иркә!Йылмайығыҙ яҡты таңға:Хәйерле иртә!

Фирүзә АБДУЛЛИНА
Фирүзә АБДУЛЛИНА
Фирүзә Абдуллина
Хәйерле иртә!

Ҡояш ҡалҡа. Зәңгәр һауа.
Ел ниндәй иркә!
Йылмайығыҙ яҡты таңға:
Хәйерле иртә!

Уңһын өсөн һәр эшебеҙ
Үҙ еребеҙҙә,
Хәйерле көн! – тип әйтәйек
Бер-беребеҙгә!

Матур көндө оҙатһындар
Иң яҡты хистәр,
Теләйек бер-беребеҙгә
Хәйерле кистәр!

Ғүмерҙәрҙең көнө түгел,
Мәле ҡәҙерле!
Көтөп алған төнөбөҙ ҙә
Булһын хәйерле!

Бер-беребеҙгә һуҙылһын
Ярҙам ҡулыбыҙ,
Хәйерле, уң була күрһен
Ғүмер юлыбыҙ!
 
Фирүзә АБДУЛЛИНА
Фирүзә АБДУЛЛИНА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: