Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
5 Март 2022, 15:30

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА ЕРЕМӘ Был ерҙе мин һайламаған – Уны насип иткән Аллам. Бабамдар һөйәге – бында, Минән аҙаҡ йәшәр балам.

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

ЕРЕМӘ
Был ерҙе мин һайламаған –
Уны насип иткән Аллам.
Бабамдар һөйәге – бында,
Минән аҙаҡ йәшәр балам.
Был ерҙә мин яңғыҙ түгел,
Әҡрәбәләр ауыл-ауыл.
Бирешмәҫлек рәтем барсы
Ҡупҡанда ла туфан, дауыл.
Был ерҙә мин түлһеҙ түгел –
Ҡыҙым ҡыҙлы, улым еткән.
Аҫабамын үҙ еремдә,
Түгел сит-ят, үткән-сүткән.
Был ерҙән мин ҡомар алам –
Шиғырҙарым – күңел аһым.
Бөрйән тиеп яныр йөрәк,
Ошо ергә сүгер башым...
Был ерҙә мин солтан түгел,
Олтанлығым – үҙе бәхет.
Тәхеттәрҙән өҫтөн булыр
Тупрағына уйған ләхет.

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: