Рафаэль САФИН
ИНӘЙҘӘР
Киске эңер. Тыуған ауылымдың
Урамынан атлап киләмен.
Әллә ҡайҙан күреп, танып торған
Инәйҙәргә ҡулым бирәмен.
Яулыҡ осо менән битен ҡаплап
Ултыралар улар бөгөн дә
Ғәйфулланың йәки Сәйфулланың
Эскәмйәле ҡапҡа төбөндә.
Ултыралар гөрләп, хәбәр һөйләп.
Үҙҙәренсә көтөп донъяны.
Аламалыҡ килһә, шул ҡапҡанан
Боролоп китер ине оялып.
Ана, күрәм: байып барған ҡояш
Тәҙрәләрҙә яна ҡыҙарып.
Ана күрәм: асыҡ тәҙрәләрҙән
Йыр ағыла – аҡшам йырҙары.
Йырғынаһын тыңлай-тыңлай улар
Кинәнешеп донъя именгә,
Ултыралар ҡупшы инәйҙәрем
Сөкөрҙәшеп ҡапҡа төбөндә.
Уларға һуң күп кәрәкме инде:
Ырыҫ булһын илдә – шул бары,
Ғәйфулланың йәки Сәйфулланың
Тәүфиҡ менән үҫһен улдары.
Эй инсафлы ауылым инәйҙәре!
Изгелеккә генә инанып,
Ултыралар ҡапҡа төптәрендә
Ауылымдың һаҡлап иманын.