Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
3 Март 2022, 12:10

Айзилә МОРТАЕВА

Айзилә МОРТАЕВА ӨЙӨМ НАҘЫШул тиклем дә яҡын һәм ҡәҙерлеТик үҙемсә генә ҡорған оям.Йүгереп ҡайтып сәйҙәр әҙерләһәм,Мин үҙемде бик бәхетле тоям.

Айзилә МОРТАЕВА
Айзилә МОРТАЕВА
Айзилә МОРТАЕВА
ӨЙӨМ НАҘЫ
Шул тиклем дә яҡын һәм ҡәҙерле
Тик үҙемсә генә ҡорған оям.
Йүгереп ҡайтып сәйҙәр әҙерләһәм,
Мин үҙемде бик бәхетле тоям.

Тәҙрә төптәремдә гөлдәр көлә,
Шау сәскәнән генә ҡорғаным да.
Тоҙ-боросо, яҙ-наҙы ла кәрәк
Тормош көткән, донъя ҡорғаныңда.

Өҫтәл алдыҡ түп-түңәрәк кенә,
Түңәрәктәй генә бәхет юрап.
Батмусымда самауырым шыжлай,
Беҙ бәхетле тиеп,сыңлап-йырлап.

Теҙелешеп ҡайтыр ҡаҙҙар кеүек,
Балаларым – күҙем нурҡайҙары.
Һеҙҙә бит ул – тормош асылдары,
Өйөбөҙҙөң йәме, ҡотҡайҙары!

Һөйөп кенә ҡосоп алһа йәнем,
Артып китә минең баһаларым.
Йәшәү һутым, әрнеү-утым – һиндә,
Һиндә генә – яра-дауаларым!

Шул тиклем дә яҡын һәм ҡәҙерле,
Бер-бөртөкләп бергә ҡорған оя!
Бар туғандар, дуҫтар беҙгә һыя,
Мин бәхетте бына шулай тоям! (Айзилә Мортаева)
 
Айзилә МОРТАЕВА
Айзилә МОРТАЕВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: