Минзәлә ШӨҒӘЙЕПОВА
УМАРТА
Йондоҙло күк баллы кәрәҙ ише.
Нисә батман икән бал һыя?
Эй, ғөж килеп бер күс бал ҡорттары
Ҡош юлынан сәскә, һут йыя.
Ғәжәпме ни, баллы батман барҙа,
Айыу йондоҙлоғо* йәнәшә.
Сүмес* менән солоҡ балын һоҫоп
Мөхәббәтле йәндәр йәрәшә.
Һап - һары Ай иһә - Инә иңкеш!
Ул әле лә һаҡлай күс сәмен.
Абруй хәтәр!
Батшабикә берәү
Ҡурлы тотар өсөн бал тәмен...
... ТАТЫУЛЫҠ !!!!тип СОЛОХНАМӘ яҙыр
Табылырмы Ерҙә ҘУР ЙӨРӘК?
Кешелектең БӘХЕТ кәрәҙенә
Ағыу түгел, бары БАЛ кәрәк...