Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
1 Март 2022, 11:30

Айзилә МОРТАЕВА

Айзилә МОРТАЕВА Яҙ һулышыТиҙҙән генә ҡалҡыр умырзая,Тиҙҙән генә сығыр күгүлән.Мин үҙем дә наҙҙы тойоуымдан,Яҙғы тамсыларҙай түгеләм.

Айзилә МОРТАЕВА
Айзилә МОРТАЕВА

Айзилә МОРТАЕВА

Яҙ һулышы

Тиҙҙән генә ҡалҡыр умырзая,
Тиҙҙән генә сығыр күгүлән.
Мин үҙем дә наҙҙы тойоуымдан,
Яҙғы тамсыларҙай түгеләм.

Көләс тамсыларҙай түгеләм дә,
Гөрләүектәр булып йүгерәм.
Тәбиғәттең йәшәү йыр-моңонан
Күңелемә шиғыр-нур үрәм.

Йәшәү йырын һуҙған тамсыҡайҙың
Нисек мөмкин моңон тоймаҫҡа?
Нисек мөмкин яҙҙы яратмаҫҡа,
Наҙҙарынан шиғыр ҡоймаҫҡа?

Мин үҙем дә яҙҙы тойоуымдан
Сәскә генә булып атамын.
Ҡайнар усаҡ булып янамын да,
Йондоҙ ғына булып ҡалҡамын.

Айзилә МОРТАЕВА
Айзилә МОРТАЕВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: