Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
25 Февраль 2022, 09:25

Салауат Әбүзәр

Салауат ӘБҮЗӘР* * *“Вконтакте”, “Фейсбук”, “Ватсап”,“Инстаграм”, “Ютуб”...Әйтерһең дә, бар донъяныТоралар тотоп.Үрмәксе ауы шикеллеСоциаль селтәр,Сәбәләнә унда кеше,Гүйә себендәр.Унда – ялған, унда – яла,Унда – үс, ғәйбәт...Кемдәрҙер таба кинәнесКемделер сәйнәп.Яҡшыһы ла, шаҡшыһы лаБуталған бергә.Ҡайҙа хаҡлыҡ, ҡайҙа ялған –Нисек белергә?“Вконтакте”, “Фейсбук”, “Ватсап”,“Инстаграм”, “Ютуб”...Кешеләрҙең ғүмерҙәренТоралар йотоп.

Салауат Әбүзәр
Салауат Әбүзәр

Салауат ӘБҮЗӘР

* * *
“Вконтакте”, “Фейсбук”, “Ватсап”,
“Инстаграм”, “Ютуб”...
Әйтерһең дә, бар донъяны
Торалар тотоп.

Үрмәксе ауы шикелле
Социаль селтәр,
Сәбәләнә унда кеше,
Гүйә себендәр.

Унда – ялған, унда – яла,
Унда – үс, ғәйбәт...
Кемдәрҙер таба кинәнес
Кемделер сәйнәп.

Яҡшыһы ла, шаҡшыһы ла
Буталған бергә.
Ҡайҙа хаҡлыҡ, ҡайҙа ялған –
Нисек белергә?

“Вконтакте”, “Фейсбук”, “Ватсап”,
“Инстаграм”, “Ютуб”...
Кешеләрҙең ғүмерҙәрен
Торалар йотоп.

Салауат Әбүзәр
Салауат Әбүзәр
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: