Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
22 Февраль 2022, 10:45

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА ФевральУрмандарға февраль килеп ингән:Ҡоро ботаҡ-сатаҡ йолҡона,Тумыртҡалар емен суҡып алғанАғас ҡабыҡтарын осора.

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА

Февраль

Урмандарға февраль килеп ингән:
Ҡоро ботаҡ-сатаҡ йолҡона,
Тумыртҡалар емен суҡып алған
Ағас ҡабыҡтарын осора.
Ҡыуышланған олон төптәрендә
Ҡара ер киҫәге күренә.
Йәшкелт-һарғылт сибек кенә һабаҡ
Һаран нурлы көнгә үрелә...
Ҡыш елдәре күңел шырлығыңа
Төпкә үтеп һаман инһә лә,
Ҡыу ботаҡтар кеүек булған хистәр
Арттан ҡалмай үкһеп килһә лә,
Үҙенекен итә, бар ни китә:
Яҙ тын ала инде ҡайҙалыр.
Үҙ-үҙеңдән сәскә булып сығыр
Көндәребеҙ һәр саҡ яндалыр...

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: