БАШҠОРТ ТЕЛЕ
Боронғо ла, хәҙерге лә
Башҡорт теле,
Башҡортостан – ошо телдең
Тыуған иле.
Донъялағы иң матур тел-
Башҡорт теле!
Башҡорт өндәренә оҡшаш
Ҡөръән өнө.
Башҡорт ере - телкәйемдең
Үҫкән ере,
Башҡа ерҙә үҫә алмай
Телем гөлө.
Башҡорт теле –Дәүләтемдең
Йәшәү гөлө!
Үҙ ерендә күкрәп үҫһен
Башҡорт теле!
Йәшәү гөлө тамырына
Һыу һибәйек,
Башҡорт телен бик ҡәҙерләп
Үҫтерәйек!
Уралдағы Тереһыуҙан
Һуғарылһын,
Башҡорт теле- мәңге шиңмәҫ
Бер гөл булһын!
Фәүзиә Ҡотлогилдина -АЛТЫНБИКӘ
ТУҒАН ТЕЛ
Туған телем - әсәм теле, башҡорт телем,
Һин бит минең иң ҡәҙерле йәшәү гөлөм,
Һинең менән иҫәнләшәм, һүҙ һөйләшәм,
Тирә-яғыма шатлыҡ, бәхет өләшәм!
Туған телем, әсәм теле, башҡорт телем,
Башҡорт телендә алдым мәктәптә белем,
Һинең менән хистәремде мин аңлатам,
Яҡындарымды иркәләйем, яратам!
Туған телем, әсәм теле, башҡорт телем,
Әсәм телендә асылды минең телем,
Туған телемдә яҙам мин шиғырҙарым,
Туған телемдә йырланалар йырҙарым.
Меңәр йылдар йәшәп килә башҡорт телем,
Туған телем, әсәм теле, атам телем,
Башҡорт теле илкәйемдең дәүләт теле,
Тамырҙары тәрән киткән шиңмәҫ гөлө!
Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә