Тик уларҙың айырмаһы
Ете йәш булған икән.
Берәү мәктәпкә киткәндә
Тегеһе тыуған икән.
Ошо ике сос малайҙың
Тап килгән бит юлдары.
Бөгөн Әхмәр һәм Салауат
Шиғриәт йондоҙҙары.
Береһе – Буранбай вариҫы,
Береһе – Ғафуриҙыҡы.
Сәсән телле, үткер һүҙле,
Моңло халыҡ йырсыһы.
Әҙәбиәт донъяһында
Телдән төшмәйҙәр улар.
Ижадтары ғүмер буйы
Ил, ерен, халҡын данлар.