Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
17 Ғинуар 2022, 20:01

Яратҡан йырҙарыбыҙ МАМЫҠ ШӘЛЕМ Дилә Булгакова һүҙҙәре Рим Хәсәнов көйө

Мамыҡ шәлең алам, Иңдәремә һалам, Селтәр-селтәр биҙәк тоташҡан. Әсәй, шәлең йылы, Һәр бер күҙе йырлы, Күҙ нурҙарың менән тоташҡан...

Яратҡан йырҙарыбыҙ  МАМЫҠ ШӘЛЕМ Дилә Булгакова һүҙҙәре    Рим Хәсәнов көйө
Яратҡан йырҙарыбыҙ МАМЫҠ ШӘЛЕМ Дилә Булгакова һүҙҙәре Рим Хәсәнов көйө

МАМЫҠ ШӘЛЕМ

Дилә Булгакова һүҙҙәре    Рим Хәсәнов көйө

 

Мамыҡ шәлең алам,

Иңдәремә һалам,

Селтәр-селтәр биҙәк тоташҡан.

Әсәй, шәлең йылы,

Һәр бер күҙе йырлы,

Күҙ нурҙарың менән тоташҡан...

 

Аҡ мамыҡтар тетеп,

Нескә нәфис итеп,

Орсоғоңа нисек эрләнең?

Һәр биҙәге шәлдең –

Сәскәләре йәйҙең,

Ҡайһы яландан отоп бәйләнең?

 

Әгәр арып талһам,

Бүләк шәлең алам,

Йылылығы күсә күңелгә.

Хәлдәремде һиҙгән,

Мине наҙлап һөйгән

Ҡулдарыңды тоям иңемдә.

 

Саҡырғанда ҡайтып,

Ризыҡтарҙы татып,

Аңлай алдым микән хәлеңде?

Өшөгәндә һаман

Иңдәремә һалам,

Әсәй, һинең мамыҡ шәлеңде!

 

Фото ufa.bezformata.com сайтынан алынды

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: