Шиғриәт
10 Января 2022, 11:03

ҺИНЕҢ ХАТЫҢ💔

(Шиғриәт)

ҺИНЕҢ ХАТЫҢ💔ҺИНЕҢ ХАТЫҢ💔
ҺИНЕҢ ХАТЫҢ💔

Һинең хатың...
Башта көлдөм.
Көлдөм үҙ-үҙемдән,
Көлдөм һинән дә.
Шундай ҡырыҫ,
Шундай дөрөҫ һүҙҙән
Һығылып төшөр хатта имән дә.

Һинең хатың...
Аҙаҡ, үкһеп-үкһеп,
Ир башыма килде илайһым.
Һин тип мин үлергә әҙер.
Ә Һин?
Юҡ, үлемдән һаҡла, илаһым!

Һинең хатың...
Тағы - уйға ҡалдым.
Хәрефтәрҙең шундай танышы!
Алыҫ нурым, Алыҫ йырым минең,
Шулай ҙа был
Һинең,
Һинең,
Һинең тауышың!..

Рәми Ғарипов

 

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас