Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
23 Декабрь 2021, 09:39

ТЕШТЕ ҠЫҪЫП ТҮҘГӘНЕМ БАР

(Шиғриәт)

ТЕШТЕ ҠЫҪЫП ТҮҘГӘНЕМ БАР
ТЕШТЕ ҠЫҪЫП ТҮҘГӘНЕМ БАР

Теште ҡыҫып түҙгәнем бар,
Өҙмәҫ ерҙә өҙгәнем бар,
Илар ерҙә көлгәнем бар-
Туған хаҡы, туған хаҡы.

Болотло көн - ҡояш булам,
Асыуымды ҡынға тығам,
Күп ваҡытта телде тыям -
Балам хаҡы, балам хаҡы.

Үҙем булып ҡалам тағы -
Кисерәмен йөҙ йыртҡанды,
Бер кем белмәй ут йотҡанды -
Бәндә хаҡы, бәндә хаҡы.

Эйелмәҫ башымды эйәм,
Башҡалар тип янам-көйәм...
Булған һайын мин түҙемле -
Онотҡанмын бит үҙемде!

Автор: Гөлнур Ғиззәтуллина

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: