Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
23 Декабрь 2021, 10:35

Имән

Салауат ӘБҮЗӘРИМӘНӨй алдымда минең имәнем бар –Йөҙ йәшәгән имән.М. КәримМатбуғат йорто алдындаҮҫә бер имән.Һәр саҡ һөйләшеп үтәменШул имән менән.Һөйләй ул күргән-белгәнен,Көрһөнөп ала:“Донъялар шулай ҡоролған –Кемдән дә ҡала.Хәтерләйем, ошо юлданҮткән һәр кемде:Рәмиҙәрҙе, Бикбайҙарҙы,Мостай Кәримде.Солтангәрәй, ШәриповтарТорҙо төбөмдә.Хәсән Назар, Рәшит ШәкүрКилә бөгөн дә.Наил, Рәлиф һыйпап китәМинең олондо.(Бына, һин дә был тарафҡаБорҙоң юлыңды).Хәтерләйем Ҡол-Дәүләтте,Түләк, Дамирҙы...(Донъя елдәре ҡоротаНиндәй тамырҙы!)Әле генә яндан үттеҮтәбай, Мөнир...Тимәк, тормош дауам итә,Бар әле ғүмер!..”Матбуғат йорто алдындаҮҫә бер имән.Һәр саҡ һөйләшеп үтәменШул имән менән.

Имән
Имән

Салауат ӘБҮЗӘР
ИМӘН
Өй алдымда минең имәнем бар –
Йөҙ йәшәгән имән.
М. Кәрим

Матбуғат йорто алдында
Үҫә бер имән.
Һәр саҡ һөйләшеп үтәмен
Шул имән менән.

Һөйләй ул күргән-белгәнен,
Көрһөнөп ала:
“Донъялар шулай ҡоролған –
Кемдән дә ҡала.

Хәтерләйем, ошо юлдан
Үткән һәр кемде:
Рәмиҙәрҙе, Бикбайҙарҙы,
Мостай Кәримде.

Солтангәрәй, Шәриповтар
Торҙо төбөмдә.
Хәсән Назар, Рәшит Шәкүр
Килә бөгөн дә.

Наил, Рәлиф һыйпап китә
Минең олондо.
(Бына, һин дә был тарафҡа
Борҙоң юлыңды).

Хәтерләйем Ҡол-Дәүләтте,
Түләк, Дамирҙы...
(Донъя елдәре ҡорота
Ниндәй тамырҙы!)

Әле генә яндан үтте
Үтәбай, Мөнир...
Тимәк, тормош дауам итә,
Бар әле ғүмер!..”

Матбуғат йорто алдында
Үҫә бер имән.
Һәр саҡ һөйләшеп үтәмен
Шул имән менән.

Имән
Имән
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: