Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
23 Декабрь 2021, 10:00

Ҡаттар

Салауат ӘБҮЗӘРҠАТТАР...Көтмәгәндә ығы-зығыҠупты беренсе ҡатта.Ҡалын-ҡалын стеналарҺелкенеп ҡуйҙы хатта.

Ҡаттар
Ҡаттар

Салауат ӘБҮЗӘР
ҠАТТАР
...Көтмәгәндә ығы-зығы
Ҡупты беренсе ҡатта.
Ҡалын-ҡалын стеналар
Һелкенеп ҡуйҙы хатта.

Икенсе ҡаттар шомланды:
“Ни булды икән аҫта?
Әгәр ҡоторған бәндәләр
Ишекте тибеп асһа?!.”

Шиккә төшкән икенселәр
Бикләп ҡуйҙы ишекте.
Был тауышты өҫтәгеләр –
Өстәгеләр ишетте.

“Ни булды?” – тип һоранылар
Улар икенсе ҡаттан.
“Бер ни ҙә юҡ” – тигән яуап
Бирҙеләр аҫҡы яҡтан.

Дүртенселәр хафаланды:
“Хөрткә оҡшаған эштәр!
Тиҙ арала асыҡлайыҡ,
Ни әйтер икән өстәр?”

Өсөнсөләр яуапланы:
Ҡурҡыныс түгел эштәр,
Байрам шаулай, тип әйтегеҙ,
Һораһа әгәр биштәр...”

Ошо хәбәр китте өҫкә –
Бишкә, алты, етегә...
“Йорттоң беренсе ҡатында
Гөрләп байрам ителә!”

Ҡаттар
Ҡаттар
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: