Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
6 Декабрь 2021, 09:48

ТӨШӨМӘ ИН, ӘСӘЙ

(Шиғриәт)

ТӨШӨМӘ ИН, ӘСӘЙ
ТӨШӨМӘ ИН, ӘСӘЙ
Төшөмә ин, әсәй!

Төшөмә ин әле бөгөн, әсәй!
Эсем тулы һағыш-моң ғына...
Хәлдәремде һиңә һөйләйемсе?
Йәшәүҙәрем былай уң ғына...

Һин етмәйһең миңә бөгөн, әсәй,
Һағыныуым өтә йәнемде.
Иҫләйһеңме, әсәй, күҙгә ҡарап
Аңлай инең бөтә хәлемде.

Яҙмышымдың әсе һынауҙары
Йыға һуҡҡан саҡта аяҡтан,
Һинең ҡосағыңа ауа инем,
Һин күтәрә инең ҡабаттан.

Төшөмә ин әле,әсәй, бөгөн!
Янымда бул күңелем булғансы,
Һағыныуым үтте үҙәгемә,
Һөйләшәйек әле туйғансы,
Күңелемә ҡанат ҡуйғансы...

Фирүзә Абдуллина.
 
Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: