Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
3 Декабрь 2021, 11:04

ТИК БЕР ҺҮҘЕҢ МЕНӘН ЙӨРӘГЕМӘ...

(Шиғриәт)

ТИК БЕР ҺҮҘЕҢ МЕНӘН ЙӨРӘГЕМӘ...
ТИК БЕР ҺҮҘЕҢ МЕНӘН ЙӨРӘГЕМӘ...

Тик бер һүҙең менән йөрәгемә
Изге һулыш өрҙөң,
О, наҙлыhы тыуған тупрағымдың,
Аҫыл ҡошо ерҙең!

Туңып ятҡан хистәр уяндылар...
Тын бәхетте йығып,
Әйтерһең дә, тере ут сығарҙың
Боҙҙо боҙға һуғып.

Үҙ яныңа өндәп, иҫкән елдә
Килһә әгәр өнөң,
Һигеҙ диңгеҙ һикереп үтер инем,
Алыҫ дуҫым минең!

 

Авторы: Рәшит Назар

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: