Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
2 Декабрь 2021, 10:35

ХЫЯЛ

Йәш ҡәләмгир, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенты Нурия Ғилмуллинаның яңы ижад емешен тәҡдим итәбеҙ!

ХЫЯЛ
ХЫЯЛ

Хыял

Бына мин.

Баҫып торам юлдың бер яғында

Саф һауалы хәтфә үләндә.

Бына хыял.

Юлдың икенсе яғында

Ҡулын һуҙып тора миңә лә.

Мин дә һуҙам.

Әммә юлда бөтмәҫ машина

Туҙан туҙҙырып күҙгә таш ағыҙа.

Тәҙрәләрҙә күрәм

Көнләшеүсе йөҙҙәр шауҡымын

Күҙгә ҡарап аяҡ салыуын.

Ваҡытымды тоям.

Туҡтамайым торған урында

Эшләй барам килгәнемде ҡулдан.

Мөһим:

Ана шул янған күҙле,

Ҡайнар йөрәкле

Хыялымды ҡулдан тоторға.

 

Авторы: Нурия Ғилмуллина

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: