Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
7 Ноябрь 2021, 11:56

Фәнил Бүләковтан шиғри күстәнәс

Күпер яна...

Фәнил Бүләковтан шиғри күстәнәс
Фәнил Бүләковтан шиғри күстәнәс

Күпер яна... Үҙем үртәп киттем.
Күмерҙәре һыуға батып үлә.
Йөрәк кенә был янғынға бағып,
Бер мәл илай, бер мәл шашып көлә.

Күпер яна...Үткәндәрҙе яҡтым.
Теге ярҙа ҡалды таныштар.
Минең йәнем әле янған һымаҡ
Дөрләп яна анау ҡамыштар.

Күңел үҙе үртәй күперҙәрҙе,
Яҡташтарҙан аңлау тапмағас.
Башҡаларға хәҙер емеш бирер
Беҙ ултыртҡан матур алмағас.

Ҡайһы саҡта күперҙәрҙе үртәү,
Был донъяла кәрәк, шәп сара.
Йөрәгемдә өмөт утын һаҡлап,
Ғүмер һуҡмағымдан мин барам.


Фәнил Бүләков.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: