Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
18 Октябрь 2021, 15:51

КЕЙЕК ҠАҘҘАР

Баш осомдан кейек ҡаҙҙар осто...

КЕЙЕК ҠАҘҘАР
КЕЙЕК ҠАҘҘАР

Баш осомдан кейек ҡаҙҙар осто,
Ауылымды моңға сорнатып.
Хәйерле юл теләп, күҙҙән юғалғансы
Мин уларҙы ҡалдым оҙатып.

Һауаларҙы ярып, ҡанат ҡағып,
Күкрәктәрен ҡуйып елдәргә
Ҡыр ҡаҙҙары китә тыуған яҡтан
Күҙ күрмәгән йыраҡ илдәргә.

Ай-һай ауырҙыр бит айырылыу
Төйәк иткән тыуған күлдәрҙән.
Ҡаурый ҡанаттарҙа сәләмегеҙ килде
Һеҙҙе оҙатышҡан елдәрҙән.

Ҡыйғаҡ- ҡыйғаҡ ҡалаһығыҙ йыраҡ,
Тәү ҡат ҡанат ҡаҡҡан ярҙарым.
Ҡыш йоҡоға талып,яҙын көтөп алыр
Һаҡмарымдың бөҙрә талдары..

Яҙҙар етеү менән, боҙҙар китеү менән
Һаҡмар һыуы ҡайтҡас ярына.
Һағыштарға сәсәп, күрешергә сарсап
Ҡыр ҡаҙҙары ҡайтыр тағы ла.

Авторы: Рима Ибраһимова

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: