Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
28 Сентябрь 2021, 10:42

БЫЛ ҒҮМЕРКӘЙ ӘЛЛӘ-АҠ ТОМАН

(шиғыр)

БЫЛ ҒҮМЕРКӘЙ ӘЛЛӘ-АҠ ТОМАН
БЫЛ ҒҮМЕРКӘЙ ӘЛЛӘ-АҠ ТОМАН

Уйһыуҙарҙа ята аҡ томан,
Елдәр иҫһә тарала торған.
Эй, ҡыҫҡа ла икән был ғүмеркәй,
Үкендермәй үтһә ней булған.
Уйһыуҙарҙа ята аҡ томан.
Уҙған ғүмерҙәргә саң ҡунған.
Хәсрәтләре менән күңел тулған,
Ҡыуанысын күреп кем туйған.
Уйһыуҙарҙа ята аҡ томан,
Таралып та китһә ней булған.
Кемдең ғүмере йырлап, көлөп уҙған,
Бәғзеләрҙең ғүмере көл, туҙан.
Уйһыуҙарҙа ята аҡ томан.
Ысығына эйелә сал ҡылған.
Михнәтләрен биргәс, бәхетен дә
Тигеҙ итеп бирһә ней булған.

Авторы: Рима Ибраһимова

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: