Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
27 Август 2021, 10:20

АСЫҠ ДӘРЕС

27 август Генерал Шайморатовтың тыуған көнө уңайынан һеҙгә Фәнил Бүләковтың "Асыҡ дәрес" исемле поэмаһын тәҡдим итәбеҙ

АСЫҠ ДӘРЕС
АСЫҠ ДӘРЕС

1

Иртән томан Ергә ятҡан,

Урап ҡына аҡ төҫкә.

Уйҙарыма йәнем солғап,

Ашығамын дәрескә.

Хистәр тулған, хистәр таша...

Минең күңелем аша

Тиҫтә йылдар булған тарих

Булмышыма тоташа.

Ябай түгел беҙҙең тема,

Дәрестәге төп маҡсат.

Тик бер ҡағыҙ – ҡарар менән

Дәрес бәйле буласаҡ.

 

2

Аҡбур һыҙа бер һорауҙы:

“Нимә ул ҡаһарманлыҡ?

Яугирҙәрҙең батырлығын

Нисек һуң баһаларлыҡ?”

– Олатам булған һуғышта,

Яуҙа үткән ғүмере!

Мәңге уның йәнен өттө

Уҙған һуғыш күмере...

Утҡа ҡарап тына ине,

Алып мине ҡуйынға –

Кавалерия һалдатының

Ни булғандыр уйында?..

Ул бик һирәк һөйләй ине

Һуғыштағы саҡтарын.

Дошманға ҡаршы осҡанын,

Ауыҙлыҡлап саптарын.

Атта сапҡан егет сағын

Иҫләр ине олатай.

“Беҙ ҡаһарман булдыҡ!” – тиеп

Өндәшмәне ул, ағай!

Һөйләр ине асылғанда

Немецты ҡырғандарын.

Ят ерҙәрҙең далаларын,

Урмандарын-ҡырҙарын.

– Эйе, ултыр, рәхмәт һиңә

Матур хәтирәң өсөн,

Батыр йөрәкле егеттәр –

Халҡыбыҙҙың төп көсө.

Ҡанлы һуғыш бөткәненә

75 йыл да үткән.

Ветерандар юҡ тиерлек,

Бик күптәр үлеп бөткән...

...Күп нәмәне һорашманыҡ,

Мәңге йәшәрҙәр, тинек.

Үҙебеҙҙең уйҙар менән,

Мәшәҡәт менән инек..

3

“Уралдан ғына бейек, ай, тау булмаҫ,

Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ.

Үҙ илкәйе өсөн ҡорбан булған

Ир-егеттең ғүмере йәл булмаҫ”.

 

(Башҡорт халыҡ йыры “Урал”дан).

 

Башҡорт тауҙарында сал ҡылғанды

Сайҡап ҡына йәйге ел тарай.

Үткән хәтерҙәрҙе оноторға

Уҡыусылар, беҙгә ярамай.

Иң ҡыҫҡа төн – татлы йоҡо мәле,

Ҡыҙарып та ғына таң ата...

Һандуғастар шул таң япрағында

Моң өләшкән татлы бер саҡта,

Хыялдарҙы селпәрәмә ватып,

Һуғыш бәреп керҙе өйҙәргә...

Ҡан көҫәгән утлы өйөрмәне

Тарих итеп ҡалды һөйләргә.

Был ҡойондоң уртаһында әсә

Һыу һөлөгө – улын юғалтты.

“Далаларҙа ятып ҡалмаған ул,

Ҡайтыр!” – тиеп үҙен йыуатты.

Ҡайтманылар күптәр... Төштә генә,

Төштә генә улар осрашты.

Һеҙҙең кеүек шаян ҡыҙ-малайҙар

Балалығы менән хушлашты.

Өйөрөлдө, мең ғүмерҙе упты

Упҡынында утлы был һуғыш.

Ҡан көҫәгән яуыз Гитлерҙан һуң

Яңғыҙ ғүмер һөрҙө мең яҙмыш.

Ете йөҙ мең халыҡ китте беҙҙән,

Уттарында янды тамуҡтың,

Етмеш меңдән ашты ошо яуға

Оҙатылған аты халыҡтың.

Киң Рәсәйҙең һары талдарынан

Ҡырҡып алһаң әле ҡан тама...

Беҙҙең халыҡ Иле өсөн янды,

Еңеү итһен өсөн тантана.

 

4

Дәрес бара... Минең уҡыусылар

Ҡыҙыҡһынып йота һәр һүҙҙе.

Шатланамын – беҙҙең киләсәк бар,

Юғалтмаҫтар улар хәтерҙе!

– Бөйөк Ватан һуғышына, ағай,

Киткән күпме башҡорт аттары.

Минең ҡарттай һөйләгәйне бер мәл

Яу алынған ярһыу саптарҙы.

Кай исемле айғыр булған, тиҙәр,

Бүреләрҙе бер ни күрмәгән.

Ауыл эттәре лә хатта ҡурҡып,

Ҡойроҡ ҡыҫҡан, сығып өрмәгән.

Алкиндан ул ҡасып ҡайтҡан икән

Эйәр-өпсөнөнә уралып.

Тик һуғышҡа йәнә оҙатылған,

Булған бит ул яуҙың ҡоралы.

Кай артынан башҡа аттар киткән,

Йөҙҙән ашыу беҙҙең ауылдан.

Йөҙҙән ашыу ир-егеттәр киткән

Баҫыр өсөн һуғыш-дауылды.

 

5

Беләһегеҙҙер, балалар,

Шайморатовтың йырын,

Ихлас башҡаралар уны

Яратып башҡорттарым:

“Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай

Һинең улдарың, Урал;

Шулар менән дошман ҡырҙы

Шайморатов генерал”.

 

Шайморатовҡа таянды

Уралдың яугирҙәре.

Намыҫ һатмай илде яҡлай

Ярһыу башҡорт ирҙәре.

Беҙҙең ҡанда яугирлек бар,

Ҡалҡып барыбер сыға.

Йөрәгебеҙҙә талпына

Ҡоҙғон түгел, ҡарсыға.

Күпме яуҙа Рәсәй иркен

Башҡорттар яҡлап сыҡты,

Туптарға күпме аттылар

Уралда янған уҡты.

Салауаттар, Бәпәнәйҙәр

Кинйәләр, Ҡаһым түрә...

Батырҙарымдың яҙмышын

Шайморатовта күрәм.

Мин бөгөнгө дәресемде

Ошо тарихҡа үрәм.

 

6

Дәрес дауам итә, ваҡыт ҡуласаһын

Кинотаҫма кеүек тағатам.

Ана аттар көрттө ярып саба,

Ҡарҙар сәсрәп оса дағанан.

Ҡулдарында ҡылыс саҡма саға,

Уландарың батыр шул, Урал!

Ут эсендә Салауаттай ғәййәр

Башҡорт Шайморатов генерал.

Пулеметтар уты теткеләйҙәр,

Танкыларҙан үлем сәселә.

Обливскийҙы азат итер өсөн

Ирҙәр инде уттың эсенә.

Ике аҙна бара ҡанлы алыш,

Һуғыш бында әле ныҡ ҡыҙған.

Күкте баҫып алған Юнкерстары,

Мессершмиты – үҙе бер ҡоҙғон.

Көн артынан көндәр сабышалар

Яуға ябырылған аттарҙай.

Батыр улдар ниҙәр кисергәндер

Үлем матҡып тотҡан саҡтарҙа?

7

“Алыҫтарҙан ағарып, ай, күренгән

Ирәмәлкәй тауҙың аҡ ташы.

Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй

Ир-егеткәй менән ат башы”.

(Башҡорт халыҡ йыры “Азамат”тан).

 

Һайлап алған кеүек, төнө лә һил...

Яу алдынан бивак. Егеттәр

Йомарланып йоҡлай. Ҡанаттарын

Ҡымтып алған, гүйә, бөркөттәр.

Кемдәр тере ҡалған, башын һалған,

Һәр һалдатын белә генерал:

– Ҡурай тартҡан, моңло йыр йырлаған

Башҡорттарҙан яҙһа сал Урал,

Зар иларҙар әсәй, ҡатын-ҡыҙҙар.

Етемһерәп ҡалыр далалар...

– Шуны уйлап, күңеле тула, йәне

Тығылғандай була алҡымға.

...Иҫкәйенә төшә илдең сыуаҡ төнө:

Юшауҙағы аттар...

Ай нурында сайҡай ялдарын.

...Тиҫтерҙәре...

Картуф өткән малай саҡтары.

Ат йөҙҙөргән тәрән йылғалары,

Ҡороҡлаған сағы аттарҙы.

Барыһы ла кисә генә кеүек.

Көс һынашҡан егет саҡтары...

Аттар арынылар... тышалғандар,

Аҡ күбектән һындар ял итер.

Иртәгәһен генә белеп булмай,

Хан итерме, әллә ҡол итер?

Ат бышҡыра, ҡылған яра микән

Үлән йолҡҡан көслө иренен?

Ғүмер ерҙә ҡыҫҡа, уҙған төндән

Ҡараңғыға инеп иренем.

Ә күктәрҙе ҡылыс ярған төҫлө

Йондоҙ һыҙып үтә, төн йыртып.

Йөрәк ярһыуына ялдар кәрәк,

Арыған ул күптән ут йотоп.

Туғайҙағы аттар һағайғандар,

Ниндәй икән аттар уйҙары?

Тыныс таңдар тиҙҙән атыр микән,

Алһыулатып илем тауҙарын.

Таң уянғас, өҙәңгегә баҫып,

Осорбоҙ беҙ алға тик елеп.

Иртәгәһен аттар ҡайғыртмай ҙа,

Ил хәстәре беҙҙә, ир-егет!

 

8

Күңелендә буран ине ул көн,

Төн йоҡламай сыҡты генерал:

“Дошман ҡуласаһын йырыу өсөн

Йоҙроҡ булыу – ошо бар ҡорал.

Фашист күргән беҙ ҡырағай түгел,

Ил ҡурсыған Совет һалдаты.

“Был донъяла ниҙәр генә күрмәй

Ир-егеткәй менән ат башы”.

Мине йоҡо һирәк ала хәҙер,

Төштәрем дә минең бик ҡыҫҡа.

Уралымдың ҡара сөм тупрағын

Ҡыҫып тотҡанмын да мин усҡа,

Шундай итеп еҫкәймен дә икән

Тыуған ерҙең ғәзиз тупрағын.

Бары төштә ҡай саҡ онотола

Үлем сәскән дошман туптары.

Бөгөн төштә әсәй өндәгесә

Сәстәремә наҙлап ҡағылды.

Их, әсәйҙәр, мәңге йәшәмәйҙәр, –

Ҡәҙерлемде шундай һағындым!

Землянкала тынсыу... Тышҡа сығам,

Яна күктә ҡышҡы аҡ ҡуҙҙар.

Мөхәббәтем, күктә, күрәһеңдер,

Минең бүләк иткән йондоҙҙар.

Ошо көмөш йондоҙ төҫлө ине

Толомоңа таҡҡан сулпылар.

Зәңгәр күлдәй нурлы ҡараштарың

Йөрәгемде һурып алдылар.

Ул упҡынға мин тәү тапҡыр сумдым,

Шаян, үткер башҡорт һылыуы.

Тәүге һөйөү йөрәгемде әле

Наҙлап ҡына бәпләп алыуы.

Тәүге тапҡыр нескә устарыңды

Тик бер усҡа икәү беҙ йомдоҡ.

Ошо саҡтан минең ҡулдарымда

Ҡалды һинең сиккән ҡулъяулыҡ.

Әсәйемдең селтәр яғаһынан

Ҡырҡып алдым көмөш тәңкәне,

Һиңә балдаҡ эшләтәйем, тиеп

Ташлап киттем Биштәкәне.

Ташлап киттем... Кире ҡайталманым.

Йөрәгемдә йәшәй тәүге хис.

Уйҙар – сапҡан ярһыу аттар кеүек,

Ҡороҡлап та булмай бөгөн кис.

Ярты ғүмер минең атта үтә,

Ат йәнлемен һаман мин шулай.

Һуғарырға атын йүгәнләгән,

Бар донъяға ғашиҡ була белгән,

Иле өсөн янып-көйгән генә

Мин ауылдан сыҡҡан бер малай.

Башҡорт ҡыҙы яҡты хәтер генә,

Сулпылары ҡалды сылтырап.

Ауылымдан сығып киткән саҡта

Тағы атым ҡалды сырҡырап.

Заман мине ҡайҙа ташламаны –

Төркиә, Ҡытай ҙа ҡалманы.

Тик антыма тоғро һалдат булдым, –

Мин түгелмен дала ҡамғағы.

Кәләш алдым, тик ғаиләбеҙ ауҙы

Тормош тигән хәтәр һынауҙан.

Кисер, Ольга, мин бит һирәк ҡайттым...

Бар ғүмерем үтә гел яуҙа.

Мине ғәфү иткәнһеңме икән?

Ә мин һине күптән кисерҙем.

Бүләк иткән бәхетемә рәхмәт,

Наҙлы ҡосағыңда иҫерҙем.

Арабыҙҙы өҙмәҫ ҡыҙыбыҙ бар,

Сәскә кеүек шундай һылыу ҙа.

Иғтибарым, ғәфү, аҙ булғандыр,

Минең яҙмыш – һалдат булыуҙа!

 

9

Талғын ғына бер йыр йәнде өтә,

Башҡорт йөрәгендә яралған.

Ир-егеттең бикле аһ-зарҙарын

Илгә һөйләр көй бит “Абдрахман”.

 

“Унар ғына һумлыҡ ун аҡыҡлы

Эйәрең булыр, егет, ат булһа.

Яҡын күргән дуҫтан яманы юҡ,

Ауыр саҡта һиңә ят булһа”.

(Башҡорт халыҡ йыры “Абдрахман”дан).

 

Ауыр икән икеләтә йәнгә,

Ошо йырҙың һүҙе хаҡ булһа.

Яҡын күргән дуҫтан яманы юҡ –

Ауыр саҡта һиңә ят булһа...

Егеттәрҙе алып сығасаҡмын

Иртәгәһен таңдан ҙур яуға.

Йүнһеҙҙәрҙең бары бер ҡарары

Башҡорттарҙы алды ҡамауға.

Минең хаҡта төрлө хәбәр булыр,

Үлем алһа минең алҡымдан.

Ғүмер буйы тоғро ҡаласаҡмын

Уралыма, ғәзиз халҡыма.

 

10

Күптәр сыға алмаҫ инде

Дошман ҡорған ҡамауҙан.

Мең яҙмыштар хәл ителер

Туғандарым, был яуҙа.

Автоматтар, пулеметтар,

Үлем сәсә далаға.

– Салауаттың тоҡомдары,

Уҡ үтмәһен араға!

Генералдың оранынан

Яуға оса батырҙар.

– Урал ҡоросо – егеттәр

Ҡуласаны ватырҙар!

Генералдың һүҙҙәре бит –

Ҡаты фарман һәр кемгә.

Ирек эҙләп сапты улар,

Һынау ташлап үлемгә....

Танкылары менән самолеттар

Шайморатов йәнен күҙләне.

Дошман снарядтары бер-бер артлы

Генералға үлем эҙләне.

Миңлеғәле ҡулындағы ҡылыс

Фашистарҙан үсен ҡайтара.

Башҡорт атлылары ҡандар кисеп,

Азатлыҡҡа табан юл яра.

Шайморатов менгән арғымаҡтың

Аҡ күбеккә батҡан арҡаһы.

Батыр ирҙең инде яу башынан

Ҡанһыраған янбаш яраһы.

Тағы ярсыҡ тәнен телеп уҙҙы,

Арғымаҡтан батыр ҡоланы.

Тик ҡулынан ҡылыс төшөрмәне

Ҡурҡыу белмәҫ башҡорт уланы.

Эргәһендә снаряд шартлағанын

Аңламай ҙа, бәлки, ҡалғандыр.

Ахры, уның һуңғы һулыштарын

Күрҙе бары ятып ҡалғандар.

Күрҙе бары уның арғымағы –

Ғәрәсәтте бергә кисергән,

Шайморатов һөйөп мундаларын,

Күпме йылға һыуын эсергән...

 

11

“Йәнем тәнде ташлап сыҡты инде,

Һыҙланыу юҡ... Миңә яу тынды.

Ғәрәсәттәр йырып алға барған

Ниҙәр көтә минең халҡымды?

Күп егеттәр ҡулса йырып сыҡты.

Байтаҡтары ҡалды янымда.

Уң яғымдан сафҡа теҙелгәндәр.

Йәнен биреп һуңғы яуында.

Иле өсөн ҡорбан булды йәштәр,

Йәштәштәрем минең, ағайҙар.

Улар мәңге һалдат булып

Ят ерҙәрҙән башҡа ҡайтмайҙар.

Тол ҡатындар илар ҡайғыһынан,

Йөрәккәйе өҙөлөр әсәнең.

Миңә яҙған яулы тормош булды,

Баҡыйлыҡҡа бөгөн күсәмен.

Йәнкәйҙәрем һинең менән ҡала,

Минең яугир, батыр башҡортом.

Ирек яулап илгә ҡайтығыҙ һеҙ,

Ҡаршы алһын Урал-баш йортом”.

 

12

Февраль төнө йотто яҡтылыҡты,

Ҡулса йырып сыҡты бик күптәр.

Генералдың тәне киң далала

Ятып ҡалды, ҡыҙҙар, егеттәр.

Ике фашист атҡа яҡынланы,

Шайморатов атын тотмаға.

Дошмандарға тик һин әсир булма,

Ҡар ярып сап, толпар, туҡтама!!!

Аттар бышҡыралар... Шомло тынлыҡ,

Усаҡтарҙың баҙлай ҡуҙҙары.

Анау айғыр, бәлки, беҙҙең Кайҙыр

Үлән эҙләп ҡарҙы туҙҙырған.

Фашистарҙы хатта ат та таный,

Баш бирмәйсә сапҡан ҡороҡҡа.

Арҡан бөргән немец һалдатын ул

Һөйрәп алып килгән ҡойроҡҡа.

Шайморатов аты... Яуҙан ҡайтты,

Тик батыры ҡалды һуғышта...

* * *

“Аҫтындағы эйәр атҡа тейәр,

Эйәре лә белмәҫ, ат белә”.

(Башҡорт халыҡ йыры “Тәфтиләү”ҙән).

 

“Мин һуғыштан ҡасып ҡайтмағанмын,

Тоғро йәнем ошо өйөргә.

Иҫән саҡта хужам оса инем,

Теҙген менән төртһә бөйөргә.

Күпме индем ҡанлы алыштарға,

Фашистарҙы тойҙом еҫенән.

Һыбайлымды һәр саҡ аңланым мин

Йөрәк тибешенән, көсөнән...

Үс алырға, яу сабырға,

Хәҙерҙән үк мин әҙер.

Ҡыуа алмаһаҡ Гитлерҙы,

Булырбыҙ Оло ҡәбер,

Булырбыҙ Оло ҡәбер!..”

Батыр аты, эй, сапсынды,

Эй, юртынды, эй, сапты...

Хужаһының үлеменә

Риза булмай баш ҡаҡты,

Хайуандың моңһоу күҙенән

Йылға булып йәш аҡты...

Аттар юшай... Аҫыл ирҙәр

Баҙағандар ауыр был яуҙан.

Шайморатов вафат... Мең күңелдәр

Тапшыралар уны Хоҙайға.

– Сигенмәйҙәр беҙҙең Салауаттың

Тоҡомдары! – булды фарманың.

Йөрәктәрҙә беҙҙең йәшәйәсәк

Йәнгә ҡеүәт биргән дарманың.

Яу бөткәнсе киң офоҡто ярыр

Дивизияның яңы ораны.

– Шайморатовсылар, алға! – тиеп

Дунай, Висла, Эльба яңғыраны.

 

13

Уҡыусылар, һеҙгә әйткән инем,

Ҡулдарымда минең бер ҡағыҙ.

Ғүмерлеккә иҫләп ҡалыр өсөн

Иғтибарлап ҡына тыңлағыҙ!

Ил башлығы оло Ҡарар ҡылған,

Шайморатов – Рәсәй Геройы!

Күптән көткән хаҡлыҡ тантанаһы,

Милләтемдең берҙәм был уйы.

– “Ә ни өсөн, ағай, бирелмәгән

СССР-ҙа уға ҙур исем?”

Һуңлап килә ошо донъяларҙа

Ҡай саҡ беҙҙә рәсми танылыу.

Күп осраҡта кеше үлгәс кенә

Башлана бит уға табыныу.

Исем бирмәй күпме этләттеләр,

Буденныйҙың һүҙе үтмәне.

СССР-ҙың оло киңлектәрендә,

Шайморатов, даның бөтмәне.

Халыҡ хаты оҙаҡ йылдар ятты

Бейек диуарҙарҙа ҡаралмай.

Рәсми ҡағыҙ беҙгә мөһимме һуң?

Үлгәндәр бит быны һорамай.

Һин халыҡҡа кәрәк, Шайморатов,

Булһын әйҙә рәсми бер ҡағыҙ!

Ир аҫылы ҡылған батырлыҡты

Мәңге хәтер итеп һаҡлағыҙ!

Оло дәүләт күптән юҡҡа сыҡты,

Шайморатов – Рәсәй Геройы!

Батыр улын һәр саҡ данлап торған

Йөрәктәрҙә йәшәй бер йыры.

“Утта янмай, һыуҙа батмай,

Һай, батыр ҙа ир ине!”

 

14

Дәрес тамам, баһам булды

Мин күрмәгән заманға.

Йөрәгемә тынғы тапмай,

Уйлап киләм һаман да.

Заманалар йәлләмәйҙәр,

Көслө итә бары рух.

Һәр кешене йөрөтә лә

Ерҙә яҙмыш һәм ырыҫ.

Зәңгәр күктә һының кеүек

Аҡ болоттар гиҙәләр.

Шайморатов, ошо дәрес

Йөрәгемде телә лә.

Аңым һине ишеткәндәй,

Ил уланы, генерал.

Герой булып ҡайтырыңды

Көттө халҡың, сал Урал.

Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ

Шайморатов генерал!

 

15

“Мин халҡымдың күптән йөрәгендә,

Миңә дан да, ҡан да кәрәкмәй.

Тыуған ергә, һеҙгә һөйөү генә

Йәшәй минең ярһыу йөрәктә.

Ябайыраҡ булыр кәрәк беҙгә!

Тормош Ерҙә бары таң ғына.

Был донъяның һәр иртәһе ғәзиз,

Беҙ – кешеләр – Ерҙә саң ғына.

Әгәр һеҙгә мин кәрәкмен икән,

Мин һәйкәл дә булып танылам!

Ошо Ерҙә бары һеҙ йәшәгеҙ,

Тыныс тыуһын бары таң ғына”.

 

16

Аҡ болоттар күктә таралалар,

Ваҡыт елә беҙҙән һорамай.

Ғүмер уҙа, ана, далабыҙҙа

Ярһыу Кайҙай Айғыр юрғалай.

Офоҡ зәңгәр, ҡояш шундай сағыу,

Ҡамылдарҙа уйнай ҡолондар.

Зөмрәт йәшел үләндәргә тулыр

Иртәгәһен ошо болондар!

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: