Йәйге ҡояш яңы ғына әле
Ҡалҡып килә ине ул саҡта.
Беҙ йүгерҙек күмәк, беҙ йүгерҙек
Тау башында ятҡан ҡояшҡа.
Кем иң элек уға барып етә,
Кем – нур-ялын һыйпай иң элек!
Бер-беребеҙҙе уҙып, сыр-сыу килеп,
Беҙ ҡояшҡа табан йүгерҙек.
Эй йүгерҙек!.. Йылға, тауҙар аша –
Малайҙарҙың сыбар төркөмө..
Бына-бына етер кеүек инек,
Тик ул... күккә ырғып өлгөрҙө!
Баҫып торҙоҡ оҙаҡ, ҡолас йәйеп,
Һоҡланышып, тирләп, әлһерәп...
Кемдер шунда: "Тотор инек, – тине , –
Эх, йүгерһәк, – тине, – шәберәк..."
Йәйге ҡояш яңы ғына әле
Ҡалҡып килә ине ул саҡта.
...Ялан аяҡ малай, әй, ул малай,
Ул – йыраҡта хәҙер, йыраҡта...
Тик, таң атты иһә, сығам тышҡа,
Тауҙар алда, тауҙар – ҡырласлы.
Бала сағым әле һаман унда
Эҙләп йөрөй һымаҡ ҡояшты.
Һәм ҡапыл ул серле таң эсенән,
Ал шаршауҙы һирпеп ебәреп,
Йүгереп сығыр төҫлө, көлә-көлә,
Ялан аяҡ – ҡояш күтәреп!