Заманалар хәтәр килде,
һинән көлдәр ҡалырлыҡ,
әлдә, тимен, йәнәшәлә
Хоҙай биргән сабырлыҡ.
Китеп барған һуҡмағыңдан
төшөп китеп аҙырлыҡ,
түбәндәрҙән юғарыға
күтәрә тик сабырлыҡ.
Ҡайғыларға уралғанда
әллә нигә тарырлыҡ,
сабырлыҡты ул мәлдәрҙә
теләп, һорап алырлыҡ.
Үткән ғүмергә йылмайып
бер әйләнеп ҡарарлыҡ,
әлдә Хоҙай һәммәбеҙгә
бүләк биргән - сабырлыҡ...
(Г.Ниғмәтуллина)