Рәмзилә Хисаметдинова
Тыныслыҡҡа бағышлау
Гөлдәр ҡосағында серем итә
Бер ҡайғыһыҙ йәшел сиңерткә,
Уҫаҡтарҙың һәлмәк тәңкәләрен
Сылтыр - сылтыр итеп ел сиртә.
Ерҙә тыныс. Бәпелдәтә генә
Үлән моңо менән ел моңо.
Өләсәйҙең йөҙө инде хас та —
Ҡарт ҡайындың сирыш олоно.
Таныш өндәренән тыуған ерҙең
Өркмәй йөрәк,
Ҡоштар туҙынмай,
Ҡуҙғатылған ҡорттар күсе кеүек,
Бар тәбиғәт тарау туҙынмай.
Имен донъя!
Һиндә һулайым мин
Татлы һауаң, күкрәк тултырып.
Шиғыр яҙам йәшел сәхрәңдә,
Йәш үләнгә йәйрәп ултырып.
Йәшел йылға кискән кеүек рәхәт
Йәш үләнде кисеп йөрөүе.
Ҡыҙҙарымдың ебәк сәстәренә
Бөҙрә сәскәләрҙе үреүем!
Рәхәт, рәхәт!
Йәрең ҡуйынылай
Татлы донъя, йәшәп туймаҫһың!
Йәй ғүмере кеүек ғүмереңдең
Үтеп китеүҙәрен тоймаҫһың!
Уҙып китеүҙәре тойолмай ҙа...
Ә тойорға кәрәк ғүмерҙе.
Ай, ғүмерҙе — ғәләм усындағы
Баҙрап торған тере күмерҙе!
Яндырыр ул күмер ғаләм усын,
Яндырыр ҙа серен астырыр.
Әле буйһонмаған бар йондоҙҙар
Беҙҙең аяҡтарға баш орор,
Имен торһа ерем!
Әммә һорап
Алынмай бит ерҙә именлек.
Именлекте яулай минең шиғыр,
Мин үҫтергән уңыш — игенлек.
Тыныслыҡтың һағы — һин һәм мин ул,
Беҙҙең хеҙмәт менән беҙҙең көс.
Тыныслыҡтың тыныс көрәшсеһе —
Беҙҙең аҡыл менән беҙҙең хис.
Бары тыныс йәшәү хаҡыналыр
Беҙҙең
Илһам,
Ижад,
Тырышлыҡ.
Йөрәгебеҙ аһы,
Бәхетебеҙ башы —
Тыныслыҡ!
Тыныслыҡ!
Тыныслыҡ!