Шиғриәт
17 Июня 2021, 04:25

"Сәргә" Гөлнара Хәлфетдинова

Исемдәр юҡ инде хәтеремдә,Бары ҡараш, һырҙар, йылмайыуҙар,Ҡайһыныһы минең менән булған,Йәки хыял: булмаҫ, булмай уҙар.Исемдәр юҡ бөгөн хәтеремдә,Бары һындар, өлтөк, ҡымтыу ирен,Ҡул һыртына һөрткән ине берәүМаңлайына бәреп сыҡҡан тирен.

Добавить в предпочтительные источники Google
Исемдәр юҡ әле хәтеремдә,
Иҫемдә юҡ инде бер хәсрәт тә!
Бынау күмер, һүнгән, мейестәге,
Кисә генә ине ҡуҙ сәсрәткән...

Исемдәр юҡ инде хәтеремдә,
Ә ғәмәлдәр, бына, онотолмай.
Һин донъяға хәләл булалмаһаң
Килештермә, ила, ихлас йылмай.

Исемдәр юҡ Уның хәтерендә,
Ташҡа ырғаны ла тоноғая...
Сүкмә! Яҙыуҙарын күкшел мүк алһа ла,
Күкте тишкән уҡтай Ослоҡая

Төрлө быуат - төрлө исем һуғып,
Йә исемһеҙ ҡалып хурланһа ла,
Күкте терәп торған сәргә итеп
Таный уны икһеҙ-сикһеҙ дала.
(Гөлнара Хәлфетдинова)
Читайте нас