Ағиҙел
+16 °С
Ясно
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Шиғриәт
9 Июня 2021, 05:21
"Имен йөрө" Фирүзә Абдуллина
Ултыр әле, балам, йәнәш,Ҡосаҡлайым!Ел-ямғырҙан, ҡазаларҙанЫшыҡлайым.Һөйлә әле хәлдәреңде,Еңеләйер,Доғаларым баш осоңаСатыр йәйер.
Һөйләмәһәң, һөйләмә, тик
Бул янымда,
Һинең өсөн борсолоуым
Аң - ҡанымда.
Бәхетһеҙмен тимә, балам –
Сәләмәтһең!
Яҡындарың бар яныңда –
Һин кәрәкһең!
Ҡара әле, был донъялар
Ниндәй матур!
Күрһәң ошо матурлыҡты,
Дәртең ҡайтыр.
Бер ҡосаҡлап яратайым
Әле, балам...
Имен йөрө! Һиңә бәхет
Теләп ҡалам.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"