Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
9 Июнь 2021, 15:21

Дуҫым тураһында һүҙ

Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылы уҙаманы Радик Өмөтҡужиндың йүргәк исеме Исмәғзәм. Беҙ уның менән 1980 йылдан башлап дуҫбыҙ, бергә институт тамамланыҡ. Әле ул райондың Хәлил урта мәктәбендә уҡыта. Бик һирәк яҙа ул, яҙғанда ла һеңгеҙәтә. Студент саҡта “Комсомолдан сығарыуығыҙҙы һорайым” тигән драма яҙғаны хәтерҙә. Ул саҡта был бик ҡыйыу аҙым иҫәпләнә ине. Бынан бер нисә йыл элек: “Күҙҙәреңә йондоҙ ҡолап төшкән, иртән унда ҡояш уяныр", – тип шиғыр яҙып ғәжәп иткәйне. Яңыраҡ телевизор аша “Байыҡ” бәйгеһендә бейеп йөрөгәнен күреп һоҡландым. Телефон аша ошо “Етте 17” шиғырын уҡығас, шундуҡ “Ағиҙел” төркөмөнә ҡуйырға булдыҡ. Һәр ваҡыт шулай һоҡландырып йәшә, дуҫым!Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай.ЕТТЕ 17Ғашиҡ булыр мәлем етте -Мәле булһа һөйөүҙең.Бер үк хәрәкәттән ялҡтым,Бер үк көйгә бейеүҙән.Яһалмалыҡтар ялҡытты,Хәрәкәттәр бутала.Табалмайса үҙ көйөмдө,Тороп ҡалдым уртала.

Уңдан - һулдан өйрәтәләр,
Йолаларҙы оноттом.
Ялтырауыҡҡа әүерәп,
Мәғлүмәттән тонсоҡтом.
Тынлыҡ кәрәк тын алырға,
Тын алайым бер тала.
Һеҙгә, бәлки, еңелдер ҙә,
Еңел түгел уртала.
Урталыҡта һауа етмәй,
Күк көмбәҙе юғары.
Табалмаһам үҙ көйөмдө,
Тағы берәү юғалыр.
Ғашиҡ булыр мәлем етте -
Миңә бөгөн ун ете!
Нәфсем пәрҙәләрен асып,
Көнгә бағыр көн етте.
Ете диңгеҙ аръяғынан
Ымһындырған әүрәткес.
Зәңгәр экран төпкөлөнән
Томалаған ғәйрәт-көс.
Мин бит үҙем үҙем түгел,
Әйтерһең, терминатор!
Үҙ телемдең тәмен белмәй
Сит телдә термин аттым.
Сит илдәрҙең тутыйғошо
Ҙур күренгән бөркөттән.
Аҙғын уйҙар яйлап-майлап,
Зиһенемде өркөткән.
Шәрә ҡыҙҙар шәре кеүек,
Ғәйрәтемде ашаған.
Сит-ят көйҙәр ситлек булып,
Күңелемде ҡоршаған.
Уянмаҫ та инем, бәлки –
Ялған хыял ойота.
Жигулиҙар тауыҡ кеүек,
Бөркөт кеүек Тойота.
Күрше ҡыҙы сәләм бирҙе,
Йылмайыуы шаңҡытты.
Кемлегемде оноттом да,
Оноттом мин ваҡытты.
Үткәндәргә алып ҡайтты
Туған телдәге сәләм!
Һаумы, сибәр башҡорт ҡыҙы,
Үәғәләйкүм әссәләм!
Ҡайҙа үҫтең? Ник күрмәнем
Толомоңдоң зәңгәрен?
Ҡай арала өлгөрҙөң һин,
Әйтсе, ҡасан үҙгәрҙең?
Ни булды һуң? Ни хикмәт был?
Юҡ иттең барбиларҙы.
90-60-90, тигән,
Аҙғын хыял - самаларҙы.
Иртән һиңә яусы барыр,
Иҫкә төшөр йолалар.
Аҙан, зекер кире ҡайтыр -
Йома булыр йомалар.
Ир булырҙай мәлем етте,
Ҡоршауҙарҙы емерәм.
Ҡурҡма һин, иртән өйҙә бул.
Бер һүҙ - яусы ебәрәм!
Ғашиҡ булыр мәлем етте!
Башҡорт ҡаным уянды!
Ҡала, тиеп, ҡасып китһәң,
Ғәйрәтемде тоярһың.
Тыным менән тартып алам,
Көнләшһен терминатор.
Майҙан тотам һабантуйҙа
Шөрөптәр һанап ятыр.
Бәйге тотор мәлем етте,
Арғымаҡҡа атланып.
Сәпкә тейер һәр бер уғым,
Сәпкә тейер атҡаным.
Күрше ҡыҙы, күрсе, ҡыҙый,
Көйөм бар ҙа, йырым юҡ.
Иртән түгел, бөгөн барам -
Йөрәгемә урын юҡ!
Радик Өмөтҡужин
Читайте нас: