Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
31 Май 2021, 12:30

"Ғаиләм – ҡәлғәм" Фирүзә Абдуллина

Был тормоштоң ялҡынынан,Буранынан, һалҡынынан,Ҡоролоғо, ташҡынынан,Бысрағынан, юшҡынынан,Һаҡлай мине бөйөк ҡәлғәм –Ғәзиздәрҙән ғәзиз ғаиләм!

Бында мине һәр кем аңлай,
Эс серемде һәр кем тыңлай,
Көрәштәрҙән арып-талған
Хәнйәр-йәнгә ғаиләм – ҡындай,
Һаҡлай мине ғәзиз ҡәлғәм –
Яҡындарҙан яҡын ғаиләм!

Кәрәк булһа ярҙам-кәңәш,
Һәр ваҡытта ғаиләм йәнәш,
Шатлыҡтарым – уртаҡ шатлыҡ,
Булмаҫ бында көнсөл, һатлыҡ,
Яҡлай мине изге ҡәлғәм –
Ышаныслы, татыу ғаиләм!

Беребеҙ өсөн беребеҙ терәк,
Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк,
Бында ярҙам, изге теләк,
Бында һөйөп тибә йөрәк,
Имен булһын ғәзиз ғаиләм –
Бәхетемде яҡлар ҡәлғәм.


Читайте нас: