Ғишыҡ уты, ана, йөрәктәрҙең
Шаҡымайса инә түренә.
Сәскә кеүек һәр бер ҡараш хәҙер,
Яҡтылыҡҡа һәр йән үрелә.
Ҡалмағандай йәндә бөртөк әрнеү,
Булмағандай хатта һыҙланыу.
Бөгөн генә ергә килгән кеүек,
Һиҫкәндерә яҙғы уяныу.
Туғарылған барлыҡ кисерештәр,
Онотола ҡараш күктәрҙә.
Көрһөнгәндәй итә яҙғы төндәр,
Арынғандай ауыр йөктәрҙән...
Ҡанатлы яҙ осоштарға әйҙәр,
Шағир яһар миҙгел һәр кемдән.
Яҙҙар беҙгә һөйөү бүләк итә,
Ғорур уҙмай һис тә эргәңдән!..