Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
24 Май 2021, 12:00

"Ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, онотмай тик" Рәми Ғарипов

Ҡыҙ хәтере ҡыҫҡа, онотмай тикТәүге мөхәббәтен үҙенең,-Йә нәфрәте итеп һаҡлай уны,Йә ғүмергә һөйә өҙөлөп.

Ә ҡалғаны - зәңгәр тулҡын һаны -
Йылдар упҡынында йотола.
Тәүге хистәр, тәүге кистәр генә
Ай серендә һаҡлап тотола.

Үткәне юҡ ҡатын-ҡыҙҙың бөгөн,
Үпкәне юҡ, кисә үпһә лә...
Тик йырҙарға күскән тойғоларға.
Упҡындар юҡ, йылдар үтһә лә!
Читайте нас: