Күпме хыял-теләктәрем янды –
Ҡотҡарырлыҡ сара тапманым,
Күпме өмөттәрем юҡҡа сыҡты –
Мин уларҙы йылдар һаҡланым…
Ә шулай ҙа янғын үткән ерҙә
Ваҡыт үткәс, донъя йәшәрә,
…Бөгөнгөнөң баҫып көлдәренә,
Киләсәгем матур булһын өсөн
Барыр юлды үҙем һайлайым!