Кәкүкле иртәләр
Ал нурға мансылды.
Һандуғас йотто ла
Япраҡтан тамсыны.
Моңдарға ураны
Томанлы донъяны,
Салланған Уралды.
Саф моңло шишмәләр
Ағалар гөрләшеп.
Ысыҡлы япраҡтар
Алалар серләшеп.
Бер һоро ағуна
Ысыҡта ҡағына.
Өҙҙөрә йәнемде
Был нурлы таң ғына.
Их, йырлы таң ғына.
Йөрәктә яҙ ғына.
Һандуғас моңонан
Күңелем ҡағына.