Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
19 Май 2021, 16:23

"Китә дуҫтар" Дамир Шәрәфи

Шағир дуҫым Рәмил ЙәнбәккәКитә дуҫтар. Китә алыпҮҙе менән берәм-берәмФани донъя ваҡлыҡтарын.Һаранланып ҡына бирәм.Тағы ниҙәр беҙҙән алаУлар унда – әйтеү ҡыйынШул тарафҡа бара-бараБындағының ғәмен, уйын.Йәшәүебеҙ гөрләй һымаҡ,Улар һаман китә тора.Һылтау оло: бында ҡунаҡ,Төп йорт унда ҡәлғә ҡора!Китә дуҫтар. Ҡалып торам.Сәбәптәр юҡ сират йыртыр.Ваҡыт бында елеп уҙған –Унда мине сабыр көтөр.Көтә бир, дуҫ. Ерҙә әлеҺин тип мин янаһы бар.Ә йөрәктә һиңә бәйлеСымдар һаман сыңлар,һыҙлар…

Шағир дуҫым Рәмил Йәнбәккә

Китә дуҫтар. Китә алып
Үҙе менән берәм-берәм
Фани донъя ваҡлыҡтарын.
Һаранланып ҡына бирәм.
Тағы ниҙәр беҙҙән ала
Улар унда – әйтеү ҡыйын
Шул тарафҡа бара-бара
Бындағының ғәмен, уйын.
Йәшәүебеҙ гөрләй һымаҡ,
Улар һаман китә тора.
Һылтау оло: бында ҡунаҡ,
Төп йорт унда ҡәлғә ҡора!
Китә дуҫтар. Ҡалып торам.
Сәбәптәр юҡ сират йыртыр.
Ваҡыт бында елеп уҙған –
Унда мине сабыр көтөр.
Көтә бир, дуҫ. Ерҙә әле
Һин тип мин янаһы бар.
Ә йөрәктә һиңә бәйле
Сымдар һаман сыңлар,
һыҙлар…
Читайте нас: