Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
19 Май 2021, 11:00

"Дуҫыма" Фирүзә Абдуллина

Өйрәнербеҙ микән берәй ҡасанҮҙебеҙҙе бер аҙ яҡларға?Беҙҙе яратҡанды яратырға,Яраларҙан йәнде һаҡларға?Күҙгә ҡарап артҡа тибеүсенеӨйрәнербеҙ микән танырға?Күпме мөмкин хистәр усағындаҮкенестәр менән янырға? #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#ФирүзәАбдуллина

Дуҫыма

Өйрәнербеҙ микән берәй ҡасан
Үҙебеҙҙе бер аҙ яҡларға?
Беҙҙе яратҡанды яратырға,
Яраларҙан йәнде һаҡларға?

Күҙгә ҡарап артҡа тибеүсене
Өйрәнербеҙ микән танырға?
Күпме мөмкин хистәр усағында
Үкенестәр менән янырға?

Эй, йөрәгем!
Ҡасан дилбәгәне
Тотторорһоң аҡыл ҡулына?
Хис-тойғолар китһә, йөрәгемдән
Ҡалыр төҫлө бары ҡуҙ ғына…

…Усағыма утын өҫтәр йәндәр,
Һөйөүегеҙ менән килегеҙ!
Мине яратҡандар!
Яратырмын
Мәңгелеккә!
Шуны белегеҙ!!!
25.03.2014
Читайте нас: