Ғүмер китабымды,альбом кеүек,
Ҡарап сығырға ,тип бирһәләр,
"Йәшлек" тип яҙылған өс-дүрт битен
Урлар инем,
Әгәр күрһәләр,
Ҡасыр инем алыҫ ерҙәргә,
Йәшлегемде һалып эйәргә.
Ул ҡайҙалыр бик яҡында ҡалған:
Ауылымдың айлы төнөндә
Фуражкаһын ҡырын һалған егет
Ҡыҙын көтә тирәк төбөндә.
Эшкә һуңлай, тиеп, борсолмағыҙ,
Йәшлек бит ул!
Йәшлек өлгөрөр!-
Таң атҡансы тирәк төбөн һаҡлар,
Ә таң менән эшкә йүгерер...
Шундай сағым бик яҡында кеүек,
Ҡулды һуҙһам, етер шикелле,
Ҡулды һуҙам тиеп бер үрелһәм,
Өркөтөрмөн, китер шикелле.
Мин яратам ҡояш сыҡҡан сағын,
Ерҙең өҫтөн нурға балҡытып;
Табалманым,дуҫтар, ғүмеремдең
Йәшлектән дә матур ваҡытын!
Тик донъяла бер ни ҡабатланмай,
Һәр нәмәнең була һыҙығы;
Йәшлектең дә,
әгәр ҡабатланһа,
Булмаҫ ине, бәлки, ҡыҙығы.
Ул ҡайҙалыр бик-бик яҡында,
Йыр йырлайҙар уның хаҡында.