Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
11 Май 2021, 16:56

"Үкенес" Зөһрә Алтынбаева, Юлай Үҙәнбаев

Үткәндәрҙән үкенестәр ҡалған,Үҙәктәргә үтеп кейеүҙән,Һөйөүемдән һине мәхрүм итеп,Үҙем мәхрүм булдым һөйөүҙән.Шәфәҡтәргә шәмдәл булып ҡунғанАҡ хистәре яныу-көйөүҙең,Ҡәберенә сәскә һалыр инемҮҙем һәләк иткән һөйөүҙең.

Икәү яҡҡан усаҡ һүнгән инде,
Көлгенәһен елдәр тарата,
Һөйөү бит ул ошо усаҡ төҫлө
Ялҡын өҫтәгәнде ярата.

Ҡайтар, Хоҙай, мине үткәндәргә,
Шул хистәрҙе килә кисергем,
Был донъяла шарап эсеп түгел,
Мөхәббәттән килә иҫергем.
Үткәндәрҙән үкенестәр ҡалған,
Үҙәктәргә үтеп кейеүҙән,
Һөйөүемдән һине мәхрүм итеп,
Үҙем мәхрүм булдым һөйөүҙән.

Икәү яҡҡан усаҡ һүнгән инде,
Көлгенәһен елдәр тарата,
Һөйөү бит ул ошо усаҡ төҫлө
Ялҡын өҫтәгәнде ярата.
Юлай Үҙәнбаев көйө
Зөһрә Алтынбаева шиғыры
Читайте нас: