Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
11 Май 2021, 08:45

"Эх, май, май..." Миләүшә Ҡаһарманова

Эх, май, май...Йәнде ҡамай,Арбай, ямайЯраларҙы,ЙылытмаҡсыАраларҙы,Майлай, һылай,Йыуа ҡалай,Боҙ ҡәлғәләрИреп ҡолай... #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#АғиҙелШиғыр#Шиғриәт#МиләүшәҠаһарманова

"Эх, май, май..."
Миләүшә Ҡаһарманова
Эх, май, май...
Йәнде ҡамай,
Арбай, ямай
Яраларҙы,
Йылытмаҡсы
Араларҙы,
Майлай, һылай,
Йыуа ҡалай,
Боҙ ҡәлғәләр
Иреп ҡолай...
Эх, май, май...
Булмай, булмай...
Күңел тулмай
Әүәлгесә,
Хәтирәләр
Теүәл күсә...
Аңды ялмай,
Онотолмай,
Улары ла
Талмай, талмай...
Эх, май...
Башты тапмай,
Өйгә яҡмай
Йөрөгөләр килгән сағы
Самай.
Читайте нас в